Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ, йәки Баланы бәләкәйҙән тәрбиәләү еңелерәк17.05.2012
Балаларыбыҙҙы рухи йәһәттән дә, физик яҡтан да һау-сәләмәт итеп нисек үҫтерергә? Уларҙың хоҡуҡтарын боҙмайынса, урам йоғонтоһонан, ымһындырғыс насар ғәҙәттәрҙән аралап, яҡшыға, яҡтыға ынтылыш тәрбиәләүҙең ауыр, әммә бик көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген аңлайбыҙ. Һәр быуын уны төрлө иҡтисади, сәйәси шарттарҙа үҙенсә хәл итеп килгән. ХХI быуат үҫмере үҙен нисек тоя? Һәр саҡта ла уның ынтылышын, ихтыяжын, борсолоуҙарын аңлау дәрәжәһендәме беҙ? Ни өсөн уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән ҡанундар йыш ҡына йоғонтоһоҙ? Балалар араһында агрессия, көнсөллөк, рәхимһеҙлек кеүек йәмһеҙ күренештәрҙең сәбәптәрен ҡайҙан эҙләргә?
Бөгөнгө һөйләшеү бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса башҡарылған һәм йыш ҡына күҙ уңынан ысҡынған ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр хаҡында. Еңел булмаған һорауҙарға яуапты оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән, ҙур тәжрибә туплаған белгестәр менән бергә эҙләнек. Бына улар: Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Илгизәр Йосоп улы ҒАЙСИН, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Әнүәр ҡыҙы ҒӘЛИӘХМӘТОВА, Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендәге З. Биишева исемендәге
140-сы башҡорт гимназияһы директоры Илшат Нафиҡ улы БИКҠОЛОВ, республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют директоры Илүсә Фидаил ҡыҙы ИҘРИСОВА.
— Мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуяйыҡ: балаларҙы яҡлау, улар араһындағы енәйәтселекте, эскелекте һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙе “ауыҙлыҡлаусы”, иҫкәртеүсе ойошмаларҙың ярайһы күп булыуына ҡарамаҫтан, ни өсөн “ауыр йөк” һаман үҙ урынында? Ҡарауһыҙ балалар арта, приюттар бушамай, үҫмерҙәр араһында агрессия, үҙ-үҙенә ҡул һалыу күренештәре борсоуға һала... Хикмәт нимәлә?
Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ, йәки Баланы бәләкәйҙән тәрбиәләү еңелерәкИ. ҒАЙСИН. Бәлиғ булмағандар менән дүрт йылдан ашыу эшләү дәүерендә шундай һығымтаға килдем: балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бихисап ойошмаларҙың һәр береһе үҙ эсенә бикләнеп, башҡалар менән аралашмай, кәңәшләшмәй, үҙенә ҡағылған тар ғына сиктәрҙә оло мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша. Һәр хеҙмәт айырым эшләй. Бөгөн бындай юл отошһоҙ, һөҙөмтәһеҙ. Ойошмаларҙың тупланып, үҙ-ара аралашып, бөтөн көстө “йомшаҡ” урындарға йүнәлтеп эшләр мәл етте.
Беҙҙең Киров районын ғына алайыҡ. Бәлиғ булмаған 27 мең ярым баланың һәм 1 мең 360 студенттың тәртибен, көнитмешен күҙ уңында тоторға тейешбеҙ.
Былтыр беҙҙең комиссияла 193 бала һәм 182 ата-әсә иҫәптә торҙо. Был һандар әле лә кәмемәй. 35 енәйәт эше теркәлде, талау, урлау кеүек күренештәр күпселекте тәшкил итә. Шартлыса хөкөм ителгәндәр ҙә бар, бөтәһен дә эшкә йәки уҡыу йортона урынлаштырғанбыҙ.
Мин бында беҙҙең менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән полиция хеҙмәткәрҙәренең, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең хеҙмәтен ыңғай баһалағым килә. Беҙҙең район биләмәһе ҙур, ҡаланан ситтә ятҡан Локотки, Искино, Королев, Өршәк ауылдарында ғына ла имен булмаған утыҙға яҡын ғаиләне контролгә алдыҡ.
Урлашып йәки төн буйы урам ҡыҙырып полицияға эләккән үҫмерҙе генә ғәйепләгем килмәй. Бәләнең башында ата-әсәнең яуапһыҙлығы, вайымһыҙлығы тора. Тыуғандан алып йүнле тәрбиә күрмәй, яҡшы һүҙ ишетмәй үҫкән үҫмергә дәғүә белдереүе лә ҡыйын.
— Улай тиһәң, имен ғаиләләрҙә лә проблемалар тыуып тора бит...
И. ҒАЙСИН. Минең күңелде өйкәгән мәсьәләгә лә яҡынлаштыҡ шикелле. Юҡҡа ғына районыбыҙҙы “Студенттар ҡаласығы” тип йөрөтмәйҙәр. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән егет-ҡыҙҙарҙы ҡосағына ала Өфөбөҙ. Нисек кенә булмаһын, ҡала балалары ҡараулы, ата-әсә ҡулы аҫтында, өҫтәүенә улар цивилизациялы тормоштоң яҡты һәм күләгәле яҡтарын яҡшы үҙләштергән, һаҡ-уяу. Ата-әсә ҡурсалауынан иркенгә сыҡҡан ауыл балаларының тәжрибәһеҙлеге, оло тормошҡа әҙер булмауы, бер ҡатлылығы арҡаһында йыш ҡына тайғаҡ юлға баҫыу, тәртип боҙоу, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштереү осраҡтарына юлығыуын күҙәтәбеҙ. Йәш саҡ, дәртле саҡ... Рәхәтләнеп күңел асҡы ла, бығаса татымаған тормош ләззәттәрен кисерге лә килә, хатта кеҫә “таҡырлығы” ла, стипендия наҡыҫлығы ла ҡамасау түгел. Имен-аман ғаиләләрҙә аҙғынлыҡ, уғрылыҡ, наркомания, эскелек кеүек яман “тоҙаҡҡа” эләкмәү өсөн балала “иммунитет” булдырылмауы хафаға һала.
Бурысыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ: йәштәрҙең ялын йөкмәткеле ойоштороуға, өмәләр үткәреүгә, спортҡа йәлеп итеүгә иғтибарҙы кәметмәйбеҙ. Биләмәне, һәйкәлдәр, иҫтәлекле урындар, Дуҫлыҡ монументын тәртиптә тотоуға бәлиғ булмаған йәштәгеләрҙе ылыҡтырабыҙ. Ҙур ҡалала тормош юлын башлаған үҫмерҙәргә ата-әсә иғтибарлыраҡ, талапсаныраҡ булһа ине.
Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ, йәки Баланы бәләкәйҙән тәрбиәләү еңелерәкИ. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Илгизәр Йосоп улының ата-әсәнең бала тәрбиәләүҙәге яуаплылығын күтәреү хаҡындағы һүҙҙәре бәхәсһеҙ.
Ауыр хәлгә тарыған, ишле ғаиләләргә Хөкүмәт яғынан да, хакимиәт яғынан да хәстәрлек етерлек. Ниндәй социаль льготалар, матди ярҙам күрһәтелеүе хаҡында теҙеп һөйләүҙең кәрәге лә юҡтыр. Әммә ошо ярҙамдың “елгә осоуы”, һөҙөмтәһе булмауы йәнгә тейә.
Бер генә сағыу миҫал. Яңыраҡ алты бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә булдыҡ. Биш балаһы бәлиғ булмаған йәштә, шуларҙың пособие аҡсаһына ҡәнәғәтләнеп көн итә өлкәндәр. Ялҡаулыҡ, кеше елкәһенә һалышыу шул тиклем ныҡ тамырланған, артабан да шулай йәшәһәк, “бешмәгән”, булдыҡһыҙ, һәлкәүҙәр “армия”һын кем ашатыр? Баҡса тиһәң, хәтере ҡалыр, бәрәңгенән башҡа бер ни үҫмәй. Бер түтәл кишер сәсеп үҫтерә белмәгән ғаиләләр бар бит. Мал-тыуар аҫрамайҙар. Бала ниндәй хеҙмәт тәрбиәһе алһын? Бындай ғаиләләрҙә һауыт-һаба йыуа белмәгән, әрпеш, тейешле өлгө күрмәгән ҡыҙҙар, буласаҡ килен һәм әсәләр үҫә. Ундайҙарҙың киләсәген төҫмөрләүе ҡыйын түгел.
— Аңлауымса, һеҙҙе демографик күрһәткестәрҙең кимәленән бигерәк сифаты ныҡ хәүефләндерә...
И. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Үҙ көсөнә генә таянып, осон-осҡа ялғап булһа ла бынамын тигән балалар үҫтергән, уҡытҡан, матур тәрбиә биргән ғаиләләргә бер ниндәй социаль ярҙам күрһәтелмәүе менән һис килешә алмайым. Ысынлап та, халыҡ һанын арттырабыҙ тип, йәмғиәткә бер тин файҙа килтермәйәсәк, ә иңенә ауыр йөк булып ятасаҡ быуынға ғына күҙ төбәп, матди ярҙам йүнәлтеүҙән кем отасаҡ? Тормош ҡорғанһың икән, тәүге балаң донъяға килеү менән көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, ғаиләңде матди яҡтан тәьмин итеү тураһында хәстәрлек күрергә тейешһең. Ояһында ни күрһә — осҡанында ла шул. Имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән сабыйҙарҙың яҙмышы ла йыш ҡына ата-әсәһенекен ҡабатлай. Улар ауыр хәлдән бер ҡасан да үҙаллы сыға алмаясаҡ. Үкенескә ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу осоронда уларҙың һаны һиҙелерлек артты.
Демографик күрһәткестәрҙең яҡшырыуын бары аҡсаға, төрлө түләүҙәргә генә япһарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Быйыл республикала иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы ғаилә институтын көсәйтеүгә этәргес булһын ине. Кешене солғап алған мөхитте яҡшыртыу, уның сәләмәтлеген, белемен камиллаштырыу, эш менән тәьмин итеү, килемен, йәшәү сифатын арттырыуға булышлыҡ итеү генә социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелегенә килтерәсәк. Ғаилә ысын мәғәнәһендә дәүләттең юғары ҡиммәтенә әүерелгәндә генә көн ҡаҙағына һуҡҡан демографик хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ихтимал.
— Бәлиғ булмағандар өсөн “комендант сәғәте”н булдырыу үҙен аҡлаймы?
Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ, йәки Баланы бәләкәйҙән тәрбиәләү еңелерәкМ. ҒИЛМЕТДИНОВА. 2010 йылда донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон үҫмерҙәрҙе урам тәьҫиренән, эскелектән һаҡлауға йүнәлтелде. 17 йәше тулмаған үҫмерҙәр киске сәғәт 10-дан (йәй көнө сәғәт 12-нән) һуң йәмәғәтселек урындарында, урамдарҙа, балалар майҙансыҡтарында, парктарҙа, подъездарҙа өлкәндәрҙән тыш ваҡыт уҙғарырға тейеш түгел. Өҫтәүенә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ойошмалар һәм граждандар төнгө ваҡытта балалар өсөн ябыҡ булырға тейешле кафе, ресторан кеүек күңел асыу биналары ишегенә иҫкәртеүсе яҙыу урынлаштырырға бурыслы.
Эйе, тәү ҡарамаҡҡа закондар ҙа һәйбәт, бурыстар ҙа аңлайышлы кеүек. Тик улар ғәмәлдә нисек үтәлә һуң? Көндәр йылыныу менән, ҡараңғы төшөүгә ҡарамаҫтан, урамда үҫмерҙәр эркелеп йөрөй. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтарындағы эскәмйәләр һыра шешәһе тотҡан үҫмерҙәр менән тулы. Элек өлкәндәр, тәртип боҙоусыларҙы оялтып һүҙ әйтә алһа, хәҙер улар әзмәүерҙәй егет һәм ҡыҙҙарҙы ҡырҡ саҡрымдан урап үтеүҙе хуп күрә.
— Ә һеҙ закондың йөкмәткеһе менән һәр ата-әсә таныш тип уйлайһығыҙмы?
М. ҒИЛМЕТДИНОВА. Минеңсә, балаларының төндә ҡайҙа йөрөүен дә белмәгәндәр, законды боҙған өсөн 500 һумдан 1000 һумға саҡлы административ штраф ҡаралғанын башына ла килтермәгәндәр күп әле. Төнгөһөн үҫмерҙәрҙе төрлө сараларға йәлеп иткән ҡайһы вазифалы етәксегә 10-15 йәки юридик шәхескә 30-50 мең һум күләмендә штраф һалынғанын, закон буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылғанын ишеткәнегеҙ бармы?
Минеңсә, бәлиғ булмағандар өсөн “комендант сәғәте” булдырыу яҡшы, әммә закондың тәьҫирлелеген күтәреү тәңгәлендә ныҡлап эшләргә кәрәк. Эске эштәр органдары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның был йүнәлештә берҙәмлеге мөһим.
И. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Барыһы ла беҙ һөйләгәнсә генә шыма, еңел булһа икән... Эйе, ғаиләнең бала тәрбиәләүҙәге яуаплылығын көсәйтеү кәрәклеге бәхәсһеҙ, килешәм. Бөтөн бәлә тап ата-әсәнең үҙ бурысын “онотоуына”, баш тартыуына бәйле булып, шул арҡала ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандар һанының артыуы, енәйәтселектең үҫеүе күҙәтелә. Бөгөн ҡарауһыҙ ҡалған, тәрбиә күрмәй үҫкән бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтары менән мәнфәғәттәрен яҡлау бик ҡырҡыу тора. Ауыр хәлдә йәшәүсе, имен булмаған, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләрҙә үҫеүсе кескәйҙәр яҙмышы ла ҙур иғтибар талап итә.
Беҙҙең районда ғына шундай 124 ғаилә бар, уларҙағы 263 баланың киләсәген төҫмөрләүе ауыр.
Һәр ғаиләне “һауыҡтырыу” буйынса ведомство-ара ярҙам планы төҙөлгән: кемгәлер — матди, кемгәлер — медицина, психологик ярҙам, кемгәлер — кәңәш, алкоголизмдан дауалау... Бәлиғ булмағандар араһында былтыр енәйәтселек осраҡтарының элгәрге йылдан артыуы ла борсой. Яуапһыҙ, үҙ бурысын үтәмәгән ата-әсәгә бәйле 167 административ эш ҡаралды. Быйыл да төнгөһөн урам ҡыҙырған, буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәгән балалары өсөн ыжлап та ҡарамаған 34 ата-әсә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, фәҡирлектә тереклек иткән эскесе ғаиләләр менән эшләү, уртаҡ фекергә килеү — ифрат ауыр мәсьәлә, һәр береһенә айырым ҡараш, тейешле генә һүҙен табырға кәрәк. Ә беҙ йыш ҡына барыһын да “бер тараҡ менән тарайбыҙ”. Ҡайһы саҡта уларҙы оялтыу, әрләүҙән арынып, ҡыҙғаныс хәлдәренең сәбәбен эҙләү һәм ярҙам ҡулы һуҙыу йоғонтолораҡ була.
— “Имен булмаған” тигән статусҡа эйә булғанға ҡәҙәр ғаиләләге хәлде нисек иҫкәртергә мөмкин?
И. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Сабыйҙар үҫкән, мәктәпкә уҡырға йөрөгән осорҙа был ғаиләләрҙә нисек тә тормош бара әле... Кейем-һалымын да, уҡыу кәрәк-ярағын да ҡулдан килгәнсә еткерәләр. Аҙ ғына үҫеп, аң-тоңдо айыра башлау менән ҡыҙ-малайҙар ата-әсәһенең тәртибенән, әллә үҙенең ҡиәфәтенән оялыпмы, мәктәпкә йөрөмәҫкә тырыша, ирекле, йүгәнһеҙ йәшәү рәүешенә ынтыла. Тап ошо осорҙа балаларға йоғонто яһау, тәртипкә күндереү ауырлаша, хатта өлкәндәрҙе ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙең дә тәьҫирлелеге ҡалмай.
Социаль яҡтан хәүефле мөхиттә тиҫтә йыл йәшәү эсендә бала барлыҡ насар ғәҙәттәрҙе үҙләштереп өлгөрә, психологик яҡтан һыныуы ла ихтимал. Баланың тәртибе һәм ҡиәфәте үк уның ниндәй проблемалар солғанышында йәшәүен күрһәтеүҙән тыш, ашығыс ярҙам кәрәклеген дә белдерә. Йыш ҡына аңлау, ярҙам урынына ул кәмһетеүле ҡарашҡа, ғәйепләүгә дусар ителә, һөҙөмтәлә бөтөн бәләләре менән яңғыҙ ҡала. Был осраҡта уның тормош рәүешен үҙгәртергә һәләтле барлыҡ һыналған ысулдар ҙа яҡшы, айырыуса үҫмерҙәрҙе спортҡа йәлеп итеү һөҙөмтәле. Районыбыҙҙа был йәһәттән эш алып барыуға ҡарамаҫтан, әлегә халыҡ йәшәгән һәр урында ла спортты йәйелдереү өсөн шарттар ҙа, кадрҙар ҙа етешмәүе үкенесле.
Ғаиләнең хәле — йәмғиәтебеҙҙәге матди именлекте һәм әхлаҡи торошобоҙҙо билдәләүсе мөһим күрһәткес. Һәр сабыйҙың һәм ғаиләнең бәхете хаҡына эшләү эске ихтыяжыбыҙға әүерелһә ине. Балаларҙы яҡшы йәки насарға, үҙебеҙҙекенә йәки ситкә айырыу мөмкин түгел, барыһы ла — беҙҙеке. Бөгөн эште профессионалдарса, яуаплылыҡ менән башҡарыуыбыҙға киләсәгебеҙ бәйле.
Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ, йәки Баланы бәләкәйҙән тәрбиәләү еңелерәкИ. ИҘРИСОВА. Бәлиғ булмағандарҙың ғаиләлә нисек ҡыйырһытылып, йәберләнеп, ниндәй психологик баҫым аҫтында йәшәүен “Компас” ышаныс телефоны бәйләнешен булдырғас нығыраҡ аңланыҡ. Былтыр беҙгә төрлө үтенес менән 13 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте, 9 меңдән ашыуы — үҫмерҙәр. Ошо шылтыратыуҙарға ҡарап та, бәлиғ булмағандарҙың күңелендә ниҙәр ятыуын, нимә борсоуын аңларға була. Тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәттең ҡырҡыулығы, ата-әсәһе менән уртаҡ тел тапмау мөрәжәғәттәрҙең күпселеген тәшкил итә, ҡул күтәреү, ҡыйырһытыу, туҡмау кеүек аяныслы хәлдәргә дусар булыусылар ҙа етерлек икәне асыҡланды. Тәнәфесһеҙ, тәүлек әйләнәһенә эшләгән “ышаныс телефоны” белгестәре берҙәм команда булып, кәңәшләшеп барлыҡ сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итә. Белем кимәлен күтәреү, алдынғы технологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә ашығыс психологик ярҙам сифатын бермә-бер арттырырға мөмкин булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр хәлгә тарыған ғаиләгә йәки балаға ашығыс ярҙам күрһәткәндән һуң уларҙың артабанғы яҙмышын күҙәтеү мөмкинлегебеҙ юҡ. Тейешле ведомстволар ҡатнашлығында ошо эште артабан дауам итеүҙең тәртибен булдырыу мотлаҡ.
— Тимәк, психологтарға бөгөн эшһеҙ ҡалыу хәүефе янамай...
М. ҒИЛМЕТДИНОВА. Үкенескә ҡаршы, заман талабына ярашлы булдырылған психолог менән социаль хеҙмәткәрҙәр штаты ҡулайлаштырыуға бәйле байтаҡҡа ҡыҫҡартылды. Балалар һаны аҙ булған белем усаҡтарында улар бөтөнләй ҡалманы.
И. ҒАЙСИН. Психолог ярҙамы һәр уҡыу йортонда талап ителә. Ата-әсәгә булышлыҡ итеүҙән тыш, тәрбиә мәсьәләһендәге иң нескә урындарҙы көйләү һәм ауыр хәлдән сығыу юлдарын күрһәтеү йәһәтенән дә.
М. ҒИЛМЕТДИНОВА. Минеңсә, эште закондарҙы камиллаштырыуҙан башлау мөһим. Бәлиғ булмағандарҙы яҡлаған закондар бар, әммә уларҙа ғаиләнең яуаплылығын күтәргән статьялар урын алмаған. Ошо йүнәлештә эште көсәйтмәгәндә, балаһын тәрбиәләүҙән ситләшкән йәки йүнле өлгө күрһәтә алмаған ата-әсәгә ҡарата талап арттырылмағанда, көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшеүе икеле. Хоҡуҡтарҙы ғына түгел, бурыстарҙы ла яҡшы белеү шарт.
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, тормош сифатын юғары кимәлгә күтәргәндә әлеге мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барыуҙың да кәрәге ҡалмаясаҡ. Бәлиғ булмағандарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса бихисап сара күрелә, ведомство-ара комиссиялар эшләй, әммә ата-әсә балаһы өсөн яуаплылыҡтан ситтә ҡала. Республикала ойошторолған ата-әсә советының төбәгебеҙ кимәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙ һүҙен әйтеренә ышанам.
— Бер кемде лә бөгөн бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған фажиғәләр, ҡот осҡос хәлдәр, агрессивлыҡ битараф ҡалдыра алмайҙыр. Уның сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ, йәки Баланы бәләкәйҙән тәрбиәләү еңелерәкИ. БИКҠОЛОВ. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығы йөрәкте өшөтөрлөк. Мәҫәлән, күптән түгел Силәбе һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы ваҡиғалар күптәрҙе тетрәндерҙе. Башҡортостанда әлегә ундай күңелһеҙ күренештәр күҙәтелмәй. Гимназиябыҙ уҡыусылары араһында ла бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тороусы юҡ.
Уҡыусыларҙың бәғерһеҙлеге, тотанаҡһыҙлығына килгәндә, уның сәбәбен ғаиләләге тәрбиәлә һәм тормош кимәлендә күрәм. Һәр баланың хәлле ғаиләләрҙәге тиҫтерҙәре кеүек үк заманса кейенгеһе, һәйбәт ашағыһы килә. Хәҙер мәктәптәрҙә лә түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү арта, ҡайһы бер үҫмер унан да файҙалана алмай, сөнки ата-әсәһенең матди мөмкинлеге юҡ. Мәҫәлән, инглиз теле, информатика фәндәрен өҫтәмә өйрәнеү, бейеү түңәрәктәре һәм әҙерлек курстарында шөғөлләнеү өсөн аҡса кәрәк. Беҙ гимназиябыҙҙа уларҙы түләүһеҙ итеү юлын таптыҡ. Ике тиҫтәнән ашыу учреждение менән килешеү төҙөнөк, һәм улар бушлай ярҙам күрһәтә.
Беҙ кескәйҙәрҙе биш йәштән “Малышок” балаларҙы үҫтереү мәктәбендә шөғөлләндерә башлайбыҙ. Ике йыл эсендә ата-әсәнең балаһының аң-белем кимәлен күтәреү буйынса өйҙә ниндәй саралар күреүен, ынтылышын күҙәтәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр кескәйҙәрҙең донъяны танып белеү, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүҙе мәктәп иңендә тип иҫәпләп хаталана. Шулай итеп, ата-әсә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән алырға тырыша. Инорс биҫтәһендә имен булмаған ғаиләләр күп. Шуға ла гимназия коллективына ата-әсәнең бурыстарын да үҙ иңенә алырға тура килә.
— Беҙҙең илдә үҫмерҙәр енәйәт яуаплылығына — 16, ә үтә лә ауыр енәйәт ҡылған осраҡта 14 йәштән тарттырылыуы ихтимал. Әле Дәүләт Думаһы депутаттары бәлиғ булмағандарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу йәшен түбәнәйтергә тәҡдим итә. Был мәсьәләгә ҡарашығыҙ нисек, 14 йәшлек үҫмер ҡылған ҡылыҡтарына баһа бирә аламы?
И. ИҘРИСОВА. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә ювеналь юстиция тигән хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Минеңсә, һәр кем ҡылған ҡылығы өсөн мотлаҡ яуап бирергә тейеш. Бәлиғ булмаған енәйәтселәр өсөн махсус мәктәптәр ҙә бар. Ҡулдары менән эшләгәнде иңдәре менән күтәрә лә белһендәр.
И. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Язаһыҙ ҡаласағын белгәс, үҫмер үҙен яҡлаулы тип хис итә, насар ҡылығын туҡтатмай, һабаҡ алмай. Шулай итеп, буласаҡ енәйәтсе үҫә һәм 18 йәштән рәшәткә артына эләгеүселәр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта ошондай миҫалдар йыш осрай. Енәйәтенә ярашлы яза бирелергә тейеш, тиеүселәрҙе хуплайым.
И. БИКҠОЛОВ. Һеҙҙең фекерегеҙгә мин дә тулыһынса ҡушылам. Иң мөһиме — үҫмерҙең кешелекһеҙ ҡылығын ваҡытында туҡтатырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Юҡһа, иҫ китмәле хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килә.
М. ҒИЛМЕТДИНОВА. Мин дә шундай уҡ ҡарашта. Үҫмерҙең мәлендә яуаплылыҡ тотоуы отошло.
И. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Штраф һалынған хәлдә лә күләме уйландырырлыҡ, тәүбәгә килтерерлек түгел. Ата-әсә ни бары 100 һум штраф түләй ҙә ҡотола. Был осраҡта ниндәй яуаплылыҡ йәки һөҙөмтә тураһында һөйләргә мөмкин?
— Үҫмерҙәр араһында тәмәке тартыу, һыра эсеү киң таралғас, балалар учреждениелары эргәһенә яҡын урындарҙа тәмәке, спиртлы эсемлек һатыуҙы тыйған закон көсөнә ингәйне. Талаптар үтәләме?
И. БИКҠОЛОВ. Тәртипһеҙлекте тыйыу ҙа, сикләү ҙә кәрәк. Киләсәк быуынды яман ғәҙәттәрҙән, яңылыш аҙымдан һаҡлап ҡалыуға ҡағылған мәсьәләләрҙә айырыуса.
Гимназиябыҙ эргәһендә тәмәке йәки һыра һатҡан сауҙа нөктәләре юҡ. Закон менән тыйыуҙың һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Әммә был үҫмерҙәр тәмәке тартыуҙан йәки һыра эсеүҙән туҡтаны тигәнде аңлатмай. Үкенескә ҡаршы, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм үҫмерҙәр клубтарына яҡын урындарҙа киосктар булмаһа ла, иҫерткес эсемлектәрҙе һатып алыуы бөгөн һис ауырлыҡ тыуҙырмай.
И. ҒӘЛИӘХМӘТОВА. Мәктәп тә, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзалары ла балаларға тәмәке һәм спиртлы эсемлек һатыуҙы контролләргә тырыша. Полиция хеҙмәткәрҙәренең дә был тәңгәлдә әүҙемерәк эшләүен теләр инем. Үҫмерлек осоронда бер кемде лә өйҙә генә тотоп булмай, улар урамға тартыла. Ошо хаҡта даими уйлана торғас, бер юлын таптыҡ: кисен күмәк бейеүҙәр ойоштормаҡсыбыҙ. Ауылдарҙан да йәштәрҙе йәлеп итмәксебеҙ.
Мине ныҡ борсоған мәсьәлә — закондарҙың эшләнеп тә аҙағына тиклем уйланылып еткерелмәүе. Эскелекте тыйыуға ҡағылғанын ғына алайыҡ. Элек, мәҫәлән, спиртлы эсемлекте законһыҙ һатыуҙы тыя ала инек. Күптән түгел уйланылмаған закондар ҡулды бәйләне, йәғни хәҙер элекке сараларҙы ҡулланырға хоҡуғыбыҙ юҡ.
Демографик хәлде яҡшыртырға тырышыу имен булмаған ғаиләләргә иғтибарҙы арттырҙы. Ә һөҙөмтәме? Ҡыйыш ултыртылған ағастың ҡыйыш үҫмәй сараһы юҡ. Льготаларҙан һәм социаль түләүҙәрҙән, нигеҙҙә, ауыр хәлдә ҡалған һәм имен булмаған ғаиләләр файҙалана. Минеңсә, үҙ көсө менән донъя көткәндәргә ярҙамды көсәйтеү үҙ емешен бирер ине. Демография мәсьәләһенең күп осраҡта иртәгәһе көнөн күҙалламаған, балалар яҙмышына битарафтар иҫәбенә хәл ителеүе барыбыҙҙы ла хәүефләндерә.
Ҡорҙо Динә АРЫҪЛАНОВА менән Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА ойошторҙо.


Вернуться назад