Күгәрсен районында төҙөкләндереүҙән һуң Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының ете саҡрымлыҡ участкаһы асылды. Уға шулай уҡ Кесе Эйек аша яңы күпер ҙә инә. Объектта “Башкиравтодор” компанияһының Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һәм “Күпер” йәмғиәте эшләне.
Республика ҡаҙнаһынан был эшкә 235,5 миллион һум аҡса бүленде. Күпер төҙөлөшөнә 64,7 миллион һум йүнәлтелде. Ике һыҙатлы юлға асфальт-бетон түшәлде.
Әйткәндәй, “Бөрйән” туристик кластерын үҫтереү проектының бер өлөшө булараҡ, Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының башҡа участкалары ла, шул иҫәптән “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына илткәне лә төҙөкләндереләсәк.