Торлаҡ бүлеү контролгә алына06.11.2018
Торлаҡ бүлеү контролгә алына“Ныҡлы ғаилә” федераль партия проекты координаторы, Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Окунева Рәсәй Генераль прокуроры Юрий Чайкаға Башҡортостанда етем балаларға торлаҡ бүлеүҙе шәхси контролгә алыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Сәбәбе – Октябрьский ҡалаһында етем балаларҙың тейешле фатирҙы ала алмауы.

– Республикалағы айырым чиновниктарҙың битарафлығы арҡаһында 19 етем бала фатирһыҙ ҡалды. Шул уҡ ваҡытта федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан бының өсөн 15 миллион һум аҡса бүленгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр йыш осрай. Улар кешеләрҙең тотош дәүләткә ышанысына йоғонто яһай, – тине Ольга Окунева.

Парламентарий шулай уҡ республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан төбәк чиновниктарының етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эшен тикшереүҙе, торлаҡ бүлеү йәһәтенән аныҡ план-график төҙөүгә булышлыҡ итеүҙе үтенде.

Тәфтиш мәғлүмәттәренә ярашлы, 2016 йылдың мартында Октябрьский ҡалаһына етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн торлаҡ төҙөүгә 15 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Әммә төҙөлөш әле булһа тамамланмаған.



Вернуться назад