“Сағыу” биҫтәлә – яңы мәктәп06.11.2018
“Сағыу” биҫтәлә – яңы мәктәпРеспублика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов Өфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәлә яңы мәктәп төҙөлөшө менән танышты.

Белем усағы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы һалына. Уның дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Уҡыу кластарынан тыш, бында спорт һәм тамаша залдары, башланғыс кластар блогы буласаҡ. Яңы мәктәп проектына шулай уҡ инновациялы йүнәлештәр – интерактив белем биреү комплексы, заманса ҡорамалдар һәм системалар йыйылмаһы, белем биреү программалары, электрон китапханалар, ике компьютер класы индерелгән.


Вернуться назад