Асҡын мәмерйәһе биләмәһе төҙөкләндерелде06.11.2018
Республиканың был тәбиғәт ҡомартҡыһы янында ҡунаҡ бүлмәһе булған һаҡ йорто төҙөлгән, тау йылғалары аша өс күпер һалынған, ҡыйыҡлы туҡталҡалар, беседкалар, бәҙрәфтәр, мәмерйә ауыҙына тиклем баҫҡыстар һалынған, эстә ут үткәрелгән.

Һаҡ йортонда мәғлүмәт стендтары, интернет бәйләнеше бар. Әле мәмерйәнең эсендә баҫҡыстар урынлаштырыла һәм күҙәтеү майҙансығы булдырыла.

Мәмерйәгә инеү түләүле: бер кешенән экскурсия өсөн 100 һум һәм төҙөкләндерелгән биләмә уңайлыҡтары менән ҡулланғанға 100 һум алына.
1 апрелдән 1 декабргәсә Асҡын мәмерйәһенә 10 кешенән дә артыҡ булмаған төркөмдәргә генә инергә рөхсәт ителә. Эстә 20 минуттан да артыҡ булырға ярамай. 2 декабрҙән 31 мартҡаса иһә төркөм һаны – 20 кешенән, ер аҫтында булыу ваҡыты 30 минуттан артмаҫҡа тейеш.


Вернуться назад