25 ноябрҙә һәр беребеҙгә ҡағылған оло байрам – Әсә көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Донъялағы һәр кешенең яҙмышында төп урынды биләгән, йәшәйешебеҙҙең йәме һәм ҡото булған, ғәзиз балаһы өсөн йөрәк йылыһын, эскерһеҙ һөйөүен йәлләмәгән, тормош ҡаршылыҡтарынан хәстәрләп-ҡурсалап, балаҡайы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға торған бөйөк кеше ул Әсә.
Ошо байрам айҡанлы республиканың “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите уҡыусыларыбыҙ араһында ижади бәйге иғлан итә.
Конкурстың шарттары ябай:
1. “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) социаль селтәрендә https://vk.com/gazetabashkortostan һылтанмаһы буйынса гәзиттең төркөмөнә инеп, уға ҡушылырға, артабан ошо иғлан аҫтындағы комментарийҙар яҙыла торған урынға ғәзиз кешеләрегеҙ тураһында һүрәтләмә һәм фотолар ебәрергә кәрәк (ике фотонан артмаһын, һүрәт сифатлы булһын!). Әсәйҙәрҙең күркәм сифаттарын, маһирлығын, оҫталығын, мауығыуҙарын, тәрбиәүи алымдарын һәм башҡа һоҡланырлыҡ, башҡаларға өлгө булырлыҡ һыҙаттарын тәфсирләүегеҙ фарыз. Тәүге этап 15 ноябргә тиклем дауам итә.
2. Икенсе этапта иң күп лайк йыйған туғыҙ ҡатнашыусы һайлап алынасаҡ, улар араһынан өс еңеүсе билдәләнәсәк.
Төркөмгә ҡушылып, “Башҡортостан” гәзите ойошторған бәйге тураһындағы мәғлүмәтте дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ, яҡташтарығыҙ араһында таратығыҙ, конкурс тураһындағы мәғлүмәткә социаль селтәрҙәрҙә үҙ профилегеҙгә репост яһағыҙ! Яҙған һүрәтләмәгә лайктар йыйығыҙ, еңеү өсөн һәр көндө, минутты файҙаланығыҙ!
Еңеүселәр тураһындағы һүрәтләмәләр “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк, шулай уҡ еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә. Улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына билеттар; билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” китабы (авторҙың автографы менән); “Башҡортостан” гәзитенең логотиплы биштәре һәм башҡалар бар.