Мин “Башҡортостан” гәзитенең йома һанына яҙылам, уны һәр саҡ көтөп алып уҡыйым. Баҫма оҡшай, йөкмәткеһе бай, темалар төрлө.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә бер үтенес менән мөрәжәғәт итәм. 1983 йылдың ураҡ кампанияһы осоронда “Башҡортостан” гәзитендә минең турала мәҡәлә баҫылды. Иген тейәлгән “КамАЗ” автомобиле янында фотоға ла төшөрҙөләр.
Ул саҡта Йылайыр районының “Башҡорт” совхозы директоры булып эшләй инем. Шул йылда иген айырыуса ныҡ уңды, район тапшырған ашлыҡтың яртыһы беҙҙең хужалыҡтың өлөшө булды. Һөҙөмтәлә мине БАССР Өлкә комитетының пленумына саҡырып, орден тапшырҙылар. Ә үтенесем былай: минең хаҡта мәҡәлә баҫылған шул гәзитте һәм фотоны табып ебәрә алмаҫһығыҙмы икән?
Г. ҒӘНИЕВ.
Йылайыр районы.
РЕДАКЦИЯНАН: Үкенескә ҡаршы, был мәсьәләлә редакция ярҙам итә алмай, сөнки гәзит тупланмалары билдәле ваҡыт үтеүгә архивҡа тапшырыла бара, шуға күрә Башҡортостандың Милли архивына (Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 4) мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Гәзиттәрҙең тупланмалары менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4) ваҡытлы матбуғат бүлегендә лә танышырға мөмкин. Шулай уҡ уларҙа кәрәкле гәзиттең күсермәһен эшләтеп алыу мөмкинлеге бар.