Әйҙәгеҙ әле, гәзиттә электән үк алтаҡталарҙағы хаталы яҙыуҙарға ҡаршы алып барылған эште дауам итәйек. Был мәсьәләне ҡуҙғатыуымдың төп сәбәбе – әле булһа урамдарҙа, юл саттарында хаталы яҙыуҙар кәмемәй. Улар хаҡында республикабыҙ матбуғаты аша даими сығыш яһаһаҡ, бәлки, хәл аҙ булһа ла үҙгәрер.
Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан һуң Ырымбур өлкәһенә боролған юл сатында “Оренбург”, “Ырымбург” тигән билдәләр күренә. Кем шулай хаталы яҙғандыр инде, бик күптән тора ошо юл күрһәткестәре.
Өфөнөң Орджоникидзе районындағы Тимашев ауылында “Остановка “Школа” тигәнде “Мактап” туҡталышы” тип тәржемә иткәндәр.
Бындай хаталар аҙым һайын тигәндәй осрай. Мәҫәлән, “ХозМир” сауҙа селтәре етәкселеге “Все для дома и дачи” тигән һүҙбәйләнеште “Барыһы өсөн йорт һәм дача” тип тәржемә иткән, һөҙөмтәлә ул бөтөнләй икенсе мәғәнә алған. “Аҙыҡ-түлек” тигәнде “у” хәрефе менән яҙыу осраҡтары ла – иң йыш осраған хаталарҙың береһе.
Бына ошоларҙан сығып, тәҡдимемде еткергем килә: хаталы яҙыуҙарға ҡаршы бергәләп яу асайыҡ. Бөгөн һәр кемдең ҡулында сифатлы фото төшөрөү мөмкинлеген биргән телефон бар. Кем ҡайҙа ниндәй хаталы алтаҡта күрә, фотоға төшөрөп, гәзит редакцияларына ебәрһен, социаль селтәрҙәргә һалһын. Республикала махсус терминология комиссияһы булдырылған, уның бәйләнеш координаттарын да киң йәмәғәтселеккә таратыу зарур, тип уйлайым.