Батырҙар исеме үлемһеҙ06.11.2018


Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Район үҙәгендәге Батырҙар аллеяһында ике яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде.


Быға тиклем унда төйәгебеҙҙән сыҡҡан биш геройҙың бюсы урын алғайны. Республика көнөндә уларға Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов менән Дан орденының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтың бюстары өҫтәлде. Сарала Башҡортостан финанс министрының беренсе урынбаҫары Лилиә Истамғәлина, республика ветерандары Советы рәйесе Валерий Шәрипов ҡатнашты.


Аллея тулыланды, бында хәҙер беҙҙең ғорурлыҡ булып ете батырыбыҙҙың һыны тора. Геройҙарҙың бюсын яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов эшләне. Ике һәйкәл дә Силәбе өлкәһенең Кәҫле ҡалаһында ҡойолған.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был изге эште башҡарыуға ҙур көс һалған Өлфәт Ҡобағошовҡа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһы начальнигы Александр Ивановҡа, “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль ди⁠ректоры Зиннур Исхаҡовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан ҡаһармандарҙың рухын иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Иҫтәлекле байрам көҙгө уңыш күргәҙмәһе һәм урындағы һәүәҫкәр артистар әҙерләгән күңелле концерт менән тамамланды.


Вернуться назад