Һандар донъяһының киңлеге06.11.2018
Боронғо гректарҙың һандар сағыштырмаһын (кәсерҙәрҙе) өйрәнгәндәре билдәле. Тормош та сағыштырыуҙарҙан тора. Һүҙем ике математик шәхес тураһында. Улар икеһе лә 1954 йылда уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

Береһе — Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов. Уның әүҙем эшмәкәрлеге тураһында бөтә халыҡ белә.

Ул элегерәк Әбйәлил районына килеп, малайҙарҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп (ағас ҡурайҙың яңы ғына барлыҡҡа килгән сағы булғандыр), һәр береһенә бүләк иткәйне. Малайҙарҙың күбеһе өйрәнде. Ҡурайҙары әле булһа һаҡлана, ҡайһыларының улдары уйнай.

Икенсе тапҡыр халыҡ йырҙары легендалары буйынса эшләнгән фильм күрһәтеп, лекция үткәрҙе. Тамашасыларға ныҡ оҡшаны.
Юлай Ишбулды улының “Хазина” тапшырыуын бөтә кеше ярата. Уның тырышлығы арҡаһында күпме халыҡ йыры, көйҙәре халыҡҡа еткерелеп, таланттар һаҡланып ҡалды! Ә инде “Ҡурай һәм ҡурайсылар” китабы – сәнғәт өлкәһендә генә түгел, ә халыҡ өсөн дә алтын фонд.

Математиктарҙың икенсеһе — яҡташыбыҙ, Ҡырҙас ауылынан физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Математика институтының функциялар теорияһы бүлеге етәксеһе, Башҡорт дәүләт университетының функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы профессоры Әхтәр Ғайсин.

Ә.М. Ғайсин 2012 йылда “Ғилем” нәшриәтендә “Торговля и дипломатия” (И.М. Васильев менән авторҙашлыҡта), “Максют Юнусов и его потомки. Генеалогические схемы тангауров д. Кирдас”, 2014 йылда “Посол белого падишаха” тигән китаптарын сығарыуға көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне.

Юныс бин Иванай (Ғабдулла) 1680 – 1690 йылдарҙа хәҙерге Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылына яҡын ғына “Иҫке урын” тигән ергә килеп ултыра. Ололар әйтеүенсә, ул дин таратып йөрөгән бик уҡымышлы кеше икән. Ғилми хеҙмәттәре лә булған — был турала һуңғы ваҡытта ислам белгестәре лә йыш ҡына иҫкә ала башланы. “Ошо ғалим Юныс ахун, Юныс әфәнде тигән бер зат”, тип тә яҙып ҡалдырғандар Ш. Мәржәни һәм Р. Фәхретдин үҙ ваҡытында.

Аллен Франк (АҠШ) бер эшендә Юныстың изге әүлиәләр ерләнгән ҡәберҙәр каталогын төҙөүен билдәләп, уның ошо һүҙҙәрен дә килтерә: “Беҙҙең атай — Йыуанай Ғәҙел улы. Ул 1090 йылда (1687 – 1688 йылдар) вафат булды”. Ә Михаэл Кентер (Амстердам) исемле ғалим Юныс ахундың 1675 – 1676 йылдарҙа фарсы телендә яҙылған мираҫ хоҡуғы буйынса аңлатмаһы булыуын, ә уның күсермәләренең хәҙерге көнгә тиклем һаҡланыуын да әйтеп үтә. Төрлө милли баҫмаларҙа Юныстың ғәрәп теленең морфологияһы, математика буйынса дәреслектәре тураһында ла мәғлүмәттәр күренгеләй.

Юныс ахундың ғилми мираҫына иғтибар бермә-бер артҡан. Ислам белгесе, тарих фәндәре докторы А.К. Бостановтың (Санкт-Петербург) быйыл баҫылып сыҡҡан “Говорить по-бухарски” персоязычные тексты в Российской империи” тигән мәҡәләһе быға асыҡ миҫал.

Ә.М. Ғайсиндың китабына Ш. Мәржәни исе­мен­дәге тарих институты директоры урынба­ҫары, Татарстан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Р.Р. Сәлихов бик юғары баһа биргән. Юныс ахун һәм Мәҡсүт муллаларының эшмәкәрлеге тураһында бай ғилми мәғлүмәт улар өсөн дә ҙур яңылыҡ булып сыҡҡан.

Химия фәндәре докторы Р.Х. Ҡоҙашев:
— Был — Рәсәй кимәлендәге ғилми-фәнни хеҙмәт, ул бик объектив яҙылған, — тип белдергән. Рәсәй империяһы тышҡы сәйәсәт архивы (Мәскәү), Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (Өфө) ғалимдары тарафынан да эш юғары баһаланған.

Әхтәр Мәғәҙ улы, күп архивтарҙа булыуы менән бер рәттән, фольклор мәғлүмәттәренә лә мөрәжәғәт иткән, тәбиғәт донъяһы ла ситтә ҡалмаған. Ағастарҙағы тамғалар, ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар... Эйе, баҫҡан ерҙә тарих бар.

Әхтәр Ғайсиндың “Посол белого падишаха” китабының исем туйын район тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткәргәйнек. Ғалимдың бөтә туғандарын, ғаиләһен, тарих менән ҡы­ҙыҡ­һыныусыларҙы саҡырҙыҡ.

Ҡатыны, математика-информатика уҡытыу­сыһы Айгөл Рим ҡыҙы — ҙур таянысы. Ки­таптарҙы сығарыуҙа ғаилә ағзаларының берҙәм көс түккәне күренеп тора.

Әхтәр Мәғәҙ улы республикалағы, Ырымбур, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан һәм башҡа ҡалаларҙа архив материалдарын өйрәнгән. Рәсәй империяһының тышҡы сәйәсәте архивынан табылған ҡулъяҙмалар иҫке төрки һәм рус телдәрендә Мәҡсүт Юнысовтың үҙ ҡулы менән яҙылған. Ғәрәп, фарсы телдәрен, Урта Азия ха­лыҡтарының тормош-көнкүрешен дә яҡшы бел­гән. Китапты уҡып сыҡҡан күп кенә ғалимдар, фе­кер­ҙәрен белдереп, Әхтәр Мәғәҙ улына хат ебәрә.

Яңы табылған мәғлүмәттәр менән таныштырыу маҡсатында ул Ҡырҙас ауылының яңы мә­ҙә­ни усағында “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Ки­тапҡа мәғлүмәт биргән ололарҙың туғандары, балалары, ауыл халҡы, Баймаҡ районы Өмөт­бай, Комсомол ауылынан да вәкилдәр ҡатнашты унда. Техник саралар район советы депутаты Айрат Әминев һәм Рафаэль Мәғәфүров ярҙамы менән атҡарылды. Һәр сығышта һылтанған ҡулъ­яҙ­малар, архив мәғлүмәттәре экранда күрһәтелде.

Ҡырҙас халҡының ун бер араһының шәжәрә-нигеҙе архив мәғлүмәттәре менән иҫбатланған хәҙер. Һәр төбәк шәхестәре менән данлы. Әб­йә­лил район хакимиәте етәкселегенә Әхтәр Мәғәҙ улы Ғайсинды күптән юғары исемгә тәҡдим итергә кәрәк.


Вернуться назад