Баланы үҫтереү – ата-әсәнең бурысы.Күп ата-әсәнең балаларын төрлө түңәрәккә йөрөтөүе уның яҙмышына битараф булмауы тураһында һөйләй. Был аңлашыла ла, сөнки ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, һәр ҡайҙа ла өлгөрөргә мөмкин. Әлбиттә, ҡала мөхитендә был тәңгәлдә һайлау мөмкинлеге ҙур ғына. Ә бына ауыл балаларына был осраҡта ни ҡылырға? Иртән дә эш, кис тә эш, тигәндәй. Бының менән Наумовкалағы Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Радик Ғиззәтов һис кенә лә килешмәй.
– Ғәзиз кешеңдең киләсәге өсөн ваҡытты ла, сығымдарҙы ла йәлләмәҫкә кәрәк, – тип кәңәш бирә Радик Ғафар улы. – “Тегендә барырға ине, бында мине көтәләр” тип бер ҡасан да улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың өлөшөнә инмәгеҙ. Ундай осраҡта һеҙ – үҙегеҙҙең, ул үҙенең тормошо менән йәшәүгә күсәсәк. Һүҙ ҙә юҡ, баланың төп эше – уҡыу. Бынан тыш ул йорт һәм хужалыҡта ла булышырға тейеш. Ә бына берәй түңәрәккә йөрөү мәсьәләһе ҡалҡып сыҡһа, ваҡыт юҡлыҡҡа һуҡтыралар. Шуны беләм: мәктәптән айырмалы, ситтә төрлө секцияларҙы, түңәрәктәрҙе ҡалдырмағандарҙы ил кимәлендәге бәйгеләргә йөрөтөү тәжрибәһе киң ҡулланыла. Әгәр ҙә даими шөғөлләнмәһәләр, донъя күреүҙән мәхрүм ҡалырҙар ине.
Балалар сәнғәт мәктәбендә өс – һигеҙ йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә. Белем усағының өс – Яңы Отрада, Забельский һәм Рощинский ауылдарында филиалы бар. Белгестәр етә, балаларҙың барыһын да ҡабул итергә тырышабыҙ. Фортепиано, баян, аккордеон, думбыра, гитара, флейта, скрипка кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәбеҙ, ҡайһы берәүҙәр яҡшы әҙерлек менән килә. Хор ойошторҙоҡ, һәр төрлө байрам сараларында ҡатнашырға теләк көслө.
Бында ныҡлап шөғөлләнгән малайҙы беләм, бер дәресте лә ҡалдырманы, тиһәң дә була. Гитараһыҙ йөрөмәне. Ҙур үҫкәс, сәнғәт юлын һайламауы ла ихтимал. Уның ҡарауы, армияла оркестрға эләккән һәм, үҙе шаярып һөйләүенсә, ике йыл буйы һалдаттарға көй-моң өләшкән.
Минеңсә, бигерәк тә малайҙар һәр йәһәттән үҫешергә, камиллашырға тейеш. Юҡҡа ғына, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тимәйҙәр. Үҙенең ғаиләһен дә ҡарай алмаһа, ил һаҡсыһы булырға ул әҙерме?! Беҙ, педагогтар, шул юҫыҡта ла етди аңлатыу эше алып барабыҙ.