Рафаэль кәләшен өрмәгән ергә ултыртмай.Муллыҡ тантана итә, уңғандар келәт-мөгәрәптәрен аҙыҡ запасы менән тултырыуын дауам итә. Был ҡыуаныс түгелме ни?! Шатлыҡ тигәндән, ошо көндәрҙә һөйөнөслө ваҡиғаның шаһиты булдыҡ: Альбина менән Рафаэль Вәлиевтәрҙең ғаиләһенә ҡот-бәрәкәт өҫтәп, сабый донъяға килде.
Садовый ауылында ғүмер кисергән йәштәргә һоҡланмаған кеше юҡ. Уйлап ҡараһаң, уларҙың йәшәйеше бүтәндәрҙекенән һис кенә лә айырылмай тиерлек, шул уҡ ғәҙәти тормош. Күркәм йорт һалып сыҡҡандар. Ауылда нигеҙ ҡорғас, шәхси хужалығыңды алып бараһың, мал-тыуар аҫрау, баҡса үҫтереүҙе күҙ уңында тотам. Йыл әйләнәһенә йәшелсәнән, еләк-емештән өҙөлмәйҙәр. Үрҙә телгә алыныуынса, йәш ғаилә лә оҙайлы ҡышҡа ит, май, салат, ҡайнатмалар һәм башҡа аҙыҡ-түлекте ярайһы туплаған.
– Ғөмүмән, һәр ваҡыт запас менән йәшәргә кәрәк, өсөнсөгә бәпесте лә планға ярашлы алдыҡ, – тип йылмая атай кеше. – Ҡустылары тыуғанға Руслан менән Рөстәм атҡа менгәндәй шатланды. Донъялары бөтөн, йөҙҙәре көләс. Бәләкәстең янынан китмәй ағайҙары, сәңгелдәк бәүетергә беҙҙең өйҙә хәҙер сират. Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй шул.
Вәлиевтәр сабыйға исемде бергәләп һайлаған, кем тип ҡушырҙар, уныһы әлегә сер булып ҡалһын әйҙә. Рафаэль, Руслан, Рөстәм... Шуны һиҙендек, әсәнең “р” хәрефенә байыясаҡбыҙ тиеүе әҙме-күпме хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
Йәш ғаилә киләсәккә оло маҡсаттар ҡорған. Әлбиттә, малайҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу – мөҡәддәс бурыстарының береһе. Оҙайлы ҡышҡа ла әҙерлекте дауам итеүҙе телгә алғайныҡ инде. Бәпескә исем ҡуштырыу хәстәрлеге менән дә яналар. Һүҙ ҙә юҡ, ул байрам төҫөн аласаҡ, табындан туғандарҙы ҡалдырмауҙы, мулла саҡырыуҙы күҙҙә тоталар.
Альбина Вәлиева белдереүенсә, ауырлы икәнен белгәс, быға хәтлем дә һәр йәһәттән ихтирам күрһәткән кәләшен Рафаэль өрмәгән ергә ултыртмаған. Инәһенең, һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, тигән һүҙен иҫкә төшөрөп ныҡ ҡыуанған, үҙендә дәрт, көс тойған.
Ата-әсәһе ғәзиздәренә изге теләктәр генә әйтә, баһадир һәм көслө булып үҫеүен теләй, яҡшы тормош юрай. Ә ошо ваҡытта был донъяла иң гонаһһыҙ һаналған сабый сәңгелдәктә мышнап йоҡлай...