Афғансылар иптәштәрен онотмай.
“Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов менән осрашҡанда, Афғанстанда интернациональ бурысымды үтәнем, был илде арҡырыға-буйға киҫтем, тигәйне. Имәндәй яҡташтарыбыҙҙың ситтә һәләк булып ҡалыуы ғына һаман да күңелде әрнетә, тип өҫтәне танышым.
Афғанстан 40 йылдан ашыу инде донъя картаһында “ҡыҙыу нөктә”ләрҙең береһе иҫәпләнә. Ун йыл барған ҡан ҡойошта ярты миллион тирәһе ватандашыбыҙ ҡатнашҡан, ә мәхшәрҙән тыуған төйәгенә ҡайтмаусылар күпме?! Тарих түбәндәгеләрҙе һөйләй: 1979 – 1989 йылдар һуҙымында 15 меңгә яҡын совет һалдаты яу яландарында башын һалған.
Батырҙар онотолмай, тибеҙ. Октябрҙең моңһоу бер көнөндә Асҡын ауылының “Йәшлек” паркында Яугирҙәр аллеяһын асыу тантанаһы булды. Сарала Афғанстан илендә интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың яҡындары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Тәбиғәттең һиҙгерлегенә иҫең китерлек: берсә болоттар ҡуйырҙы, берсә ямғыр һибәләне. Һауа торошоноң тиҙ арала үҙгәреп тороуын төрлөгә юранылар. Берәүҙәр – һалдат һәм офицерҙарҙың яу яланында дошманға ҡаршы алышын, икенселәр, әле һаман да күңел яралары уңалмаған туғандарының һыҡтауы, тине. Һәммәһендә лә дөрөҫлөк бар.
Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары, Ҡораллы Көстәр ветераны Юрий Хабаров күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын, бер ҡасан да яғалашыу, үс алыу кеүек аңлашылмаусанлыҡтар теркәлмәһен, егеттәребеҙ Ватанды һаҡларға ашҡынып торһон, тыуған яҡтарына ғорурланып әйләнеп ҡайтһын тигән теләк белдерҙе.
Яугир-афғансылар иҫтәлегенә исемле ағастар ултыртыу йәки аллея булдырыу Афғанстан ветерандар союзының Асҡын йәмәғәт ойошмаһының эш планына күптән ингәйне. Ул совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығыуының 30 йыллығына арналғайны, бер нисә маҡсатты күҙ уңында тотто. Беренсенән, ҡаһармандар бер ҡасан да онотолорға тейеш түгел. Икенсенән, батырҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү төбәктә планға ярашлы алып барыла. Өсөнсөнән, киләсәк быуын күңелендә илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бынан тыш, эргә-тирәне йәшелләндереү һәм төҙөкләндереүгә лә иғтибар һис кәмергә тейеш түгел.
Аллеяны булдырыуға Афған һуғышын үткән Ғәбдрәшит Әсләмов, Азат Әхмәтйәнов, Илшат Ғәлләмов, Йәүҙәт Шәйәхмәтов, Фиғәт Ризванов, Радик Сәмиғуллин, Фәрис Шәйнуров, Рәфил Юнысов, Фәрҙәт Хәсәнов, Фоат Солтанәхмәтов, Олег Гурин күп көс түккән. Бөгөн төбәктә 58 яугир-интернационалист ғүмер итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта 13 ир-уҙаман вафат инде. Ә Дарвин Суфийәнов Афғанстанда батырҙарса һәләк булған.