Талдың матурлығына ҡарап, халҡыбыҙ йырҙар сығарған, һылыуҙарыбыҙҙы ошо тәбиғәт мөғжизәһе менән сағыштырған.
Илебеҙҙә ярайһы уҡ киң таралған был ағастың донъяла 170 төрө бар. Уларҙың ҡайһыһы тирәк булып ҙур үҫә, ҡайһыһы ҡыуаҡ рәүешендә ҡала. Ә бына һалҡын яҡтарҙа, таулы-ташлы урындарҙа хатта ер өҫтөндә үрмәләп, үлән бейеклеге генә була икән. Мәҫәлән, Төньяҡ Америкала талдың 65 төрө үҫә. Шуларҙың 25 төрө генә ағас кимәленә күтәрелә, ә ҡалған 40 төрө үлән тиңендә ҡала.
Төрҙәре Беҙҙең яҡтарҙа тал үҫмәгән ер бик һирәк. Һуңғы йылдарҙа, колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, хужалыҡтарҙа мал һаны ҡырҡа кәмене. Ауыл халҡы ла кәзә-һарыҡты, һыйыр малын ҡыҫҡартты, көтөүҙәр күҙгә күренеп бәләкәйләнә бара. Был хәл тәбиғәт өсөн ҡулай: ҡыуаҡлыҡтарҙа ҡурпылар күренде, йылға, күл буйҙарында, дым булған соҡорҙарҙа тал, ҡайын, ерек, уҫаҡ ағастары үҫентеләре баш ҡалҡытты.
Тал ботаҡтан да, орлоҡтан да үҫә. Шуныһы: белгестәр билдәләүенсә, уның орлоғо бер нисә көн эсендә дымға төшһә генә шытым бирә, ә оҙағыраҡ торһа, үҙенсәлеген юғалта. Тик урыҫса “пятитыченковый” тип йөрөтөлгән төрөнөң генә орлоғо киләһе йылдың яҙына тиклем һаҡлана. Әйткәндәй, һыуға төшкәне орлоҡ сығышын бер нисә йыл һаҡларға мөмкин икән. Асыҡ һауала, ҡоро ерҙә генә орлоҡ шытым бирмәй. Һыуға төшкәс иһә һаҡланып ҡына ҡалмай, ятҡылыҡ яҙғы ярынан сигенеү менән шытым бирә. Шуға ла, иғтибарлыраҡ ҡараһаң, һыу буйы үләне араһында тал сыбыҡсаларын да күрергә мөмкин.
Талдың төрө бик күп булған һымаҡ, уның япраҡ төҙөлөшө, бөрөһө, сәскәһе лә төрлө-төрлө. Беҙҙә һирәгерәк булһа ла киң, осло япраҡлылары осраһа, күпселектә осло, ян-яҡтары “тешле”, нәҙек япраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар үҫә. Япраҡтарҙың төҫтәре йәшел, аҡһыл йәшел, зәңгәрһыу йәшел, көмөшһыу булырға мөмкин. Шулай уҡ йәш һабаҡтары ла төрлө: йәшел, көрән, аҡһыл йәшел.
Тал тәбиғи хәлендә күпселектә орлоҡтан үрсей. Ә культура булараҡ йәки хужалыҡ кәрәге өсөн (кәрзин үреү, баҡса йыһаздары яһау һәм башҡалар) ботаҡтарҙы 20-шәр сантиметр итеп киҫеп, ергә ҡаҙап сығыу ысулы менән үҫтерәләр.
Талдың ҡайһы төрө япраҡ ярғансы уҡ сәскә атһа, ҡайһыһы йәйгелеккә ҡала. Беҙҙә уның ике төрлөһө лә үҫә. Айырым алғанда, сәскәләре бик ваҡ. Күҙгә лә күренмәҫлек булыр ине, тик улар “алҡалар”ға берләшкән. Шуға ла әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Был “алҡалар” йә инә, йә ата сәскәләрҙе генә берләштерә. Орлоҡ һеркә осора башлағас ҡына “ҡауыша”.
Өйрәнеү тарихы Талды ботаник яҡтан өйрәнеү беренсе быуаттарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, өлкән Плиний үҙенең “Естественная история” тигән 37 китаптан торған хеҙмәтендә талдың һигеҙ төрөн яҙып үтә. Шуныһы ла билдәле: XVIII быуаттан алып белгестәр, ғалимдар был ағас-ҡыуаҡтың дөйөм классификацияһын төҙөй башлаған. Миҫалға шуны килтерергә мөмкин: күренекле ботаник Карл Линней талдың 29 төрөн билдәләй. Ләкин бер нисә йылдан һуң Скополи атлы ғалим был теорияны юҡҡа сығара, ағастың төрҙәре байтаҡҡа күберәк тип сығыш яһай.
Рәсәйҙә иһә талдарҙы өйрәнеү тарихын Гмелин хеҙмәттәре аша белеп була. Ул үҙенең хеҙмәтендә 15 төр талға ғилми яҡтан тулыһынса асыҡлыҡ индерә (1747 йыл). Әйткәндәй, Линней 1753 йылда Гмелин күрһәткән 15 төрҙөң етәүһен үҙенең хеҙмәтенә индереүе, урыҫ ғалимының эшен файҙаланыуын күрһәтә.
Һуңынан тал тураһында П. Палластың хеҙмәттәрендә лә күрергә мөмкин. Ул Рәсәй биләмәһендә үҫкән 35 төр хаҡында яҙа. “Британ флораһы” хеҙмәте авторҙары Европала үҫкән 45 төр тал тураһында яҙһа, ботаник Вильденов – 116 төр, биолог Кох – 182, Гандоже хатта ҙур һәм бәләкәйерәктәре менән бергә 1600 төрөн билдәләй! Әйтергә кәрәк, күпселек ғалимдар үҫемлектең башҡа ағастар менән ҡушылып үҫкәндәрен дә, йәғни гибридтарҙы ла айырым төргә индерә.
Күп ғалимдар был ағас, ҡыуаҡ төрөн өйрәнә. Һәр береһен атау ҙа мөмкин түгел. Ләкин бар төргә яҙылған хеҙмәттәргә ҡарата баһаны, моғайын, Ю. Скворцов биргәндер. Ул 1968 йылда “СССР талдары” (“Ивы СССР”) тигән китап сығара. Ғалим талдарҙы төркөмдәргә бүлә, үҙенсәлектәрен билдәләй, бәләкәйерәк төркөмсәләргә айыра.
Тал матурлыҡ символы ғына түгел. Алда күренеүенсә, ғалимдар араһында бәхәс тыуҙырыусы ағас та. Был бәхәс әлеге көнгә тиклем бара: хеҙмәттәр яҙыла, һәр береһе һүҙен дәлилләп, лекциялар уҡый, гербарийҙар туплай. Әйткәндәй, иң ҙур гербарий Ҡушма Штаттарҙа, Бөйөк Британияның Королдәр баҡсаһында, Париж музейында икән. Шулай уҡ донъя илдәренең тиҫтәнән ашыу университеты ботаник коллекцияларҙа ла бар.
Көнкүрештә ҡулланылышы Тал ағасы, бер ҡараһаң, төҙөлөшкә бармаған һымаҡ, ләкин ул башҡа ерҙә алмаштырғыһыҙ. Мәҫәлән, күп илдәрҙә талды емерелгән, ишелгән яр буйҙарында, канал ярҙарын нығытҡанда файҙаланалар. Дала яғында уны эрозияға ҡаршы һыҙат итеп ултырталар.
Талдың ҡайырыһы һәм сыбыҡсалары төрлө әйбер үреп яһар өсөн ҡулланыла. Был бигерәк тә һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнеп китте.
Халыҡ медицинаһында талдың ҡайырыһын файҙаланалар. Уны ҡайнатып, һалҡын тейеүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланалар, сөнки яҡшы антисептик булып тора. Составында салицил кислотаһы бар.