Һатыусыһыҙ магазин06.11.2018
Үҙенсәлекле заманда йәшәйбеҙ. Ҡасан ғына бер-беребеҙгә ғәжәп итеп һөйләгән хәлдәр бөгөн ысынбарлыҡҡа әүерелде. Телефондан түләүҙәрҙе башҡарабыҙ, дуҫтарыбыҙға аҡса күсерәбеҙ...

Ә бына электрон коммерция буйынса донъялағы иң алдынғы “Amazon” компанияһы пилотһыҙ магазиндарҙы 2021 йылда өс меңгә еткерергә уйлай. Роботлаштырылған тәгәрмәсле магазиндар бөгөн үк үҙҙәренең клиенттарын ҡабул итергә әҙер. Салон урынына уларҙа витрина ҡуйылған, унан үҙең теләгән аҙыҡты һайлап, махсус ҡушымта аша иҫәпләшергә мөмкин.

Сауҙаның бындай төрөндәге хеҙмәт һатыусыһыҙ, кассирһыҙ башҡарыла. Әлбиттә, бының өсөн кеҫә телефонында шәхесте һәм уның финанс хәлен билдәләгән ҡушымта булырға тейеш.

Бының өсөн һатып алыусы магазинға инә, идентификация үтә, артабан уның хәрәкәтен датчиктар күҙәтә. Кеше тауарҙы кәрзингә һала – система быны штрих-код аша билдәләй. Тауарҙы кәштәгә кире ҡайтарғанда ла шулай эш итәһең. Һөҙөмтәлә автоматик рәүештә һатып алыу эше башҡарыла. Тауарҙы алғас, кассаға ла бармайынса тура сығып китергә мөмкин. Ҡулайлама шулай уҡ кәрәкле сумманы телефондағы ҡушымта аша ала.

Әйткәндәй, тәүге пилотһыҙ магазин 2016 йылда АҠШ-та (Сиэтл) асыла. Хәҙер Ҡытайҙа ошондай өс йөҙҙән ашыу сауҙа нөктәһе эшләй, Японияла ла барлыҡҡа килделәр. Шулай ҙа белгестәр яҡын йылдарҙа Рәсәйҙә пилотһыҙ магазиндарҙың таралыуына ышанып бөтмәй, сөнки был ҡыйбат.

Мәҫәлән, Сиэтл ҡалаһында тәүге магазинды йыһазландырыу бер миллион долларға төшкән. “Әлбиттә, ҡасан да булһа тормош көйләнеп, технологиялар яйға һалынһа, беҙҙә лә бындай сауҙа нөктәләре ғәҙәти күренешкә әүерелер”, – ти белгестәр.


Вернуться назад