Башҡортостан — сәйәси яҡтан өлгөргән төбәк17.05.2012
Башҡортостан — сәйәси яҡтан өлгөргән төбәкИлдә бер-бер артлы федераль кимәлдәге ике ҙур һайлау үтте. Һәр ваҡыттағыса Башҡортостан был сәйәси кампанияларға әҙерлекле килде, һәм улар юғары кимәлдә ойошторолдо. Был, һис шикһеҙ, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының һәм республиканың барлыҡ кимәлдәге етәкселегенең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Шундай һорау тыуа: һайлауҙар үтте, ә артабан? Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк, эшмәкәрлеген ниндәй юҫыҡҡа йүнәлтәсәк? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлауҙар артта ҡалды, бөгөн ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
— Республикабыҙ һәм ил халҡы өсөн һайлау 4 мартта тамамланды. Ә иртәгәһенә уларҙың һөҙөмтәләре билдәле булды. Ошоноң менән эш тамамланды тип уйларға була. Ысынында улай түгел: беҙ яңы маҡсаттарға ынтылабыҙ. Киләһе һайлауҙарға әҙерлек башланды ла инде. Яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә барлыҡ төбәктәрҙең һайлау комиссиялары етәкселәре ҡатнашлығында ҙур кәңәшмә булды. Яңы Президенттың инаугурацияһында ҡатнаштыҡ. Яҡын арала республика кимәлендә лә шундай уҡ ҙур кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Владимир Чуров, хәҙер төп йүнәлеште участка һайлау комиссияһы ағзаларын уҡытыуға йүнәлтергә кәрәк, тигәйне. Ә беҙ был йәһәттән эште әллә ҡасан уҡ башланыҡ. Һуңғы йыл ярым эсендә республиканың 46 район-ҡалаһында булдыҡ һәм эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Уларҙа һайлауға ҡағылышы булған бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнашты, барлыҡ мәсьәләләр һәм проблемалар тикшерелде, һорауҙарға яуап бирелде.
— Күреүебеҙсә, закондар үҙгәреп тора. Һайлау ҡануниәтендә лә улар күп кенә...
— Ысынлап та, әлеге ике һайлау үткәндән һуң ҡануниәткә күп кенә үҙгәрештәр индерелде, яңы тәҡдимдәр һәм башланғыстар тәҡдим ителде. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре закон булараҡ ҡабул ителеп өлгөрҙө лә инде, ә ҡайһылары Дәүләт Думаһында ҡарала. Шуларҙың иң мөһиме тип төбәк башлыҡтарын халыҡтың киренән һайлап ҡуйыу мөмкинлеге барлыҡҡа килеүен әйтеп китергә теләйем.
Дмитрий Медведев тәҡдим иткәнсә, сәйәси партиялар бынан ары муниципаль кимәлдәге һайлауҙа ла ҡатнашасаҡ. Әгәр урындағы Советта 20 һәм унан да ашыу депутат булһа, тауыш биреү ҡатнаш система буйынса үткәреләсәк. Сәйәси партияларға урындарҙың яртыһы биреләсәк, ә ҡалғаны бер мандатлы округтар буйынса үткәреләсәк. Был йәһәттән эш башланды ла инде. Ҡала округтарында 4 мартта ошо система буйынса һайлау булып үтте. Унда сәйәси партиялар ҙа дәррәү ҡатнашты. Миҫал өсөн, хәҙер Өфө ҡалаһы Советында Дәүләт Думаһындағы кеүек дүрт партия ағзаһы бар.
— Рәсәйҙә һайлауҙы йылына бер тапҡыр, тәғәйен бер көндә генә үткәреүҙе тәҡдим итеүселәрҙең фекере яңғырай. Президент та быны хупланы. Яңылыҡҡа һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек? Әгәр закон ҡабул ителһә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының вәкәләтлектәрен оҙайтырға тура килмәҫме?
— Һайлауҙы йылына бер тапҡыр сентябрҙең икенсе ялында үткәреү тәҡдим ителә. Тик беҙҙең өсөн был көн бик уңайлы түгел, тип иҫәпләйем. Башҡа төбәктәрҙәге коллегалар ҙа ошондай уҡ фекерҙә. Һайлау үтәсәге тураһында 80–90 көн алда, яҡынса июнь урталарында, иғлан итергә кәрәк. Шунан һәр кимәлдәге һайлау комиссияларында әүҙем эш башлана. Комиссияларҙа нигеҙҙә уҡытыусылар һәм башҡа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре эшләй. Был ваҡытта халыҡтың күпселеге йәйге ялға китә. Ә кем эшкә сығасаҡ һуң? Әле ишетеүемсә, Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа был датаны яҡынса март айына билдәләргә ниәтләйҙәр. Әгәр шулай булһа, беҙҙең өсөн уңайлыраҡ. Был ҡарар 2013 йылдан ғәмәлгә инер тип күҙаллана. Берҙәм һайлау көнөн сентябрҙең икенсе ялы тип билдәләһәләр, һайлау буйынса ҡануниәткә ярашлы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының вәкәләттәре оҙайтыласаҡ. Әгәр март айы билдәләнһә, бер нәмәне лә үҙгәртеү талап ителмәйәсәк.
— Президентты һайлағанда быйыл тәүге тапҡыр веб-камералар файҙаланылды. Үҙенсәлекле яңылыҡты һеҙ нисек ҡабул иттегеҙ? Артабан ул камералар менән нимә буласаҡ? Ғөмүмән, тауыш биреү осоронда электрон технологияларҙы артабан да ҡулланыу күҙ уңында тотоламы?
— Ысынлап та, был мәғлүмәт технологиялары яңылыҡ булды. Барлыҡ ил халҡы тауыш биреүҙе Интернет селтәре аша туранан-тура ҡарай алды. Минеңсә, ялыуҙарҙың һәм тәртип боҙоуҙарҙың сағыштырмаса аҙ булыуы ла ошонан киләлер. Башҡортостан өсөн веб-камера файҙаланыу — өсөнсө тәжрибә. Әммә тәүге икәүһендә был тиклем үк киң ҡулланылыш булманы. Мәҫәлән, 2009 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар һайлағанда Дүртөйлөнөң алты участка һайлау комиссияһы бинаһында веб-камера эшләне. Икенсе тапҡыр ҡорамалдар 2010 йылдың мартында Мәләүез районында ҡулланылды. Быйыл иһә камералар 3509 һайлау участкаһының барыһына ла ҡуйылды. Улар бер тотҡарлыҡһыҙ эшләне.
Веб-камералар менән артабан нимә эшләргә кәрәклеге әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Беҙ уларҙы йыйып, камераларҙы ҡуйыу менән шөғөлләнгән “Башинформсвязь” йәмғиәтенә тапшырҙыҡ. Минеңсә, уларҙы артабан да файҙаланырға була. Башҡа төбәктәр мәсьәләне икенсерәк хәл итеү тәҡдиме менән сыҡҡан. Татарстанда, мәҫәлән, уларҙы полиция бүлексәләрендә, йәмәғәт урындарында ҡуйырға кәрәк тигән фекерҙәләр. Кемдәрҙер мәғариф, медицина учреждениелары өсөн ҡулайлы булыр, тип уйлай. Владимир Чуров яңыраҡ Мәскәүҙә үткән кәңәшмә ваҡытында киләһе һайлауҙарҙа ла камераларҙы ҡулланырға саҡырҙы.
Әлбиттә, һайлау процесын замансалаштырыуҙы дауам итергә кәрәк. Хәҙер тауыштарҙы электрон ҡорамалдар ярҙамында иҫәпләргә лә өйрәнеп алдыҡ. 2015 йылға тиклем участка һайлау комиссияларының 95 процентын ошондай ҡорамалдар менән йыһазландырырға кәрәк тигән талап ҡуйыла.
— Әлеге федераль кимәлдәге ике һайлау үткәндән һуң ил халҡы бер аҙ гөрләп алды. Ҡайһы берәүҙәр һайлау һөҙөмтәләрен ҡабул итмәҫкә, танымаҫҡа тырышты. Ә Башҡортостанда һайлау нисек үтте? Ялыуҙар, тәртип боҙоуҙар күп булдымы?
— Декабрҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлағанда, айырыуса КПРФ менән “Ғәҙел Рәсәй”ҙән мөрәжәғәттәр, ялыуҙар етерлек булды. Ике осраҡта (Дим районындағы 3-сө һәм Киров районындағы 94-се участка һайлау комиссиялары тураһында һүҙ бара) ысынлап та, закон боҙоу булған тип табылды. Әле уларҙы Тәфтиш комитеты тикшерә. Башҡа ялыуҙар иһә нигеҙһеҙ тип табылды. 4 мартта уҙған президент һайлауында 27 мөрәжәғәт булды. Уларҙың береһе тауыш биреү көнөндә килде. Мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла тикшерелде, һәм улар нигеҙһеҙ тип табылды. Ә бына ҡала Советтарына депутаттар һайлау көсөргәнешле үтте — йәмғеһе 277 мөрәжәғәт һәм ялыу алынды. Уларҙың икәүһе тулыһынса һәм берәүһе өлөшләтә дөрөҫ тип табылды. Бында ла “Ғәҙел Рәсәй” партияһы ағзалары “әүҙемлек” күрһәтте. Уларҙың өстән бер өлөшө кандидаттар һәм уларҙың ышаныслы кешеләре хаҡында булды. Бер өлөшө һайлау алды агитацияһын ойошторғанда ебәрелгән етешһеҙлектәргә ҡағылышлы ине.
Ялыу һәм мөрәжәғәттәрҙең күпселеге күсермә аҫтынан сыҡҡанмы ни: бөтәһе лә бер иш, ни бары мөрәжәғәт итеүсе кеше һәм ойошма исемен генә үҙгәрткәндәр. Шуға күрә һан яғынан ялыуҙар күп булып күренә. Был, күрәһең, ҡара пиар, сәйәси технологиялар сағылышы. Ҡайһы бер мөрәжәғәттәр халыҡтың мәғлүмәтһеҙлегенән килеп сыға. Беҙ бының менән көрәшәбеҙ, һәр ваҡыт асыҡ эш итергә, барлыҡ мәғлүмәтте ваҡытында биреп барырға тырышабыҙ.
— 2013 йылда Башҡортостан парламентына ла депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Был турала ни әйтергә теләр инегеҙ?
— Уға тиклем ваҡыт етерлек булһа ла, беҙ әҙерлекте башланыҡ. Уның ойошҡан, юғары кимәлдә, ғәҙел һәм демократик үтеренә шик юҡ. Минең фекерем шундай: парламентта ни тиклем сәйәси партиялар күберәк — шул тиклем отошлораҡ. Дөрөҫлөк бәхәстә тыуа. Әйҙә, улар бәхәсләшһен, яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ закондар сығарһын. Бынан халыҡ һәм тауыш биреүсе отасаҡ ҡына. Дәғүәселек шарттарында һәр фракция ағзалары тырышлыҡ күрһәтәсәк, яңынан-яңы инициатива менән сығасаҡ, тип уйлайым. Беҙҙә һайлауҙан һайлауға тиклем генә эшләүсе партиялар ҙа юҡ түгел бит. Улар көн һайын эшләргә, һайлаусыларының мәнфәғәтен даими ҡайғыртырға тейеш тигән фекерҙәмен.
— Хәҙер 500 кеше йыйһаң, партия ойоштороп була. Был Комиссияның эшен ҡатмарлаштырмаҫмы?
— Әйтелгән фекеремде ҡабатлайым: парламентта партиялар күберәк булған һайын халыҡҡа яҡшыраҡ буласаҡ. Әгәр партия бар икән, тимәк, уның үҙ һайлаусылары бар. Тик, Дмитрий Медведев әйтеүенсә, яңы фирҡә булдырыуҙы үҙмаҡсат итеп ҡуйырға ярамай. Ул алдағы бурыстарҙы үтәү ысулы булараҡ ҡабул ителһен ине. Иң мөһиме: сәйәси партиялар Рәсәй халҡы мәнфәғәтендә эшләргә тейеш.
Сәйәси партияларҙы теркәү ҡағиҙәләре үҙгәреп яңы закон эшләй башлаған көндө үк 60-ҡа яҡын партия теркәлергә теләк белдергән. Әлбиттә, Башҡортостанда ла яңы фирҡәләрҙең бүлексәләре барлыҡҡа килер, тип көтөлә.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, уҙған һайлауҙар барышында урындағы властарҙың, территориаль һайлау комиссияларының эшен нисек баһалайһығыҙ? Ғөмүмән, һайлау ойоштороу ул һеҙҙең генә эшме, әллә власть та ҡатнашырға тейешме?
— Берәүгә лә сер түгел: беҙҙең төбәк элек-электән һайлау кампанияһын ойоштороу һәм үткәреү буйынса алдынғы урындарҙа килә. Һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылмаһа, комиссияға абруйлы кешеләр тәҡдим ителмәһә, ниндәй уңышлы һайлау тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Ваҡ мәсьәлә кеүек күренһә лә, участканы тулыһынса кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу, телефон менән тәьмин итеү, бинаны йылытыу, юлды таҙартып ҡуйыу, буфет, йыр-моң ойоштороу — барыһы ла мөһим. Ә был бит һайлау комиссияһы менән район һәм ҡала хакимиәттәренең берҙәм ҡатнашлығында башҡарыла. Беҙҙә власть вертикале яҡшы эшләй. Ғөмүмән, һәр кем үҙ урынында эшен лайыҡлы башҡарған хәлдә генә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Был — властың үҙ халҡына, һайлаусыһына ҡарата хөрмәт билдәһе. Шулай булырға тейеш тә, власты халыҡ үҙе һайлап ҡуя бит. Һайлауҙарҙың уңышлы үтеүе — Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ғына түгел, ә барлыҡ республиканың ҡаҙанышы. Был үҙе үк сәйәси өлгөргәнлек тураһында һөйләй.
Әлфиә ӘЙҮПОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад