“Беҙгә бында оҡшай”06.11.2018
Йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан аяҡ кейеме йүнәтеү оҫтаханаһы ошо тирәлә йәшәгән халыҡҡа яҡшы таныш. Тыныс, ипле кибет хужаһын мин дә күргәнем бар. Тышҡа һауа һуларға сыҡҡанда уның эргәһендә һәр саҡ кеше була. Эскәмйәләге инәйҙәр үҙен бигерәк ярата, хәл-әхүәлен һорашалар, үҙҙәренекен һөйләйҙәр. Итексе бөтәһе менән дә асыҡ, яғымлы мөнәсәбәттә. Мин дә, ҡыҙыҡһынып, уның менән һөйләшеп киттем.

Ул — Манвел Максимович Шушанян, тыумышы менән Әрмәнстандың Гугарк районынан. Атаһы ғүмер буйы төҙөүсе булып эшләй, ә әсәһе өйҙә балалар ҡарай. Манвел ауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ ирекле көрәш менән шөғөлләнә, спорт мастерлығына кандидат була. Мәктәптән һуң Тобол ҡалаһында тимер юл ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй.

Йәшлек шауҡымы менәнме, 1990 йылда ул Башҡортостанға килә һәм Өфөлә төпләнә. Бында ул аяҡ кейемдәре йүнәтеү менән мәшғүл була башлай һәм егерме йылдан артыҡ эшләү дәүерендә был өлкәлә үҙ һөнәренең оҫтаһы булып таныла.

Манвел урындағы халыҡ менән тиҙ уртаҡ тел таба. Алсаҡлығы, эшкә ғәҙел мөнәсәбәте өсөн ихтирам итәләр үҙен. Бер тапҡыр уға мөрәжәғәт иткән кеше икенсегә лә мотлаҡ ошонда килә. Аяҡ кейемен һайлап алыу, уны тәрбиәләп тотоу буйынса кәңәштәрен дә бирә. Итексе үҙе лә кешеләргә иғтибарлы, ярҙамға килергә әҙер тора. Халыҡ яратып уны “үҙебеҙҙең Миша” тип йөрөтә.

Урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренә лә хөрмәт менән ҡарай Манвел. “Һабантуйҙарға гел ғаиләм менән йөрөйбөҙ, унда уҙғарылған көрәштә ҡатнашҡаным, еңеү яулағаным бар”, — ти ул.

Итексе үҙ милләтенән аҡыллы уңған Татевик исемле ҡыҙға өйләнгән, ике малай үҫтерәләр. Ҡатыны, уңған хужабикә булыуынан тыш, балалар баҡсаһында ла маҡтаулы хеҙмәт итә. “Балалар ике телдә лә иркен аралаша, йолаларыбыҙҙы белеп үҫә”, — ти ғаилә башлығы. Улдары ла, атайҙары кеүек, спорт менән дуҫ, самбо буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора.

Әрмән халҡына хас булғанса, ғаилә бик ҡунаҡсыл. Ҡәрҙәштәре, дуҫтары килгәндә итле ризыҡты телде йоторлоҡ итеп Манвел үҙе бешерә. Үҙ илен дә онотмайҙар: йыл һайын ғаиләһе менән Тыуған иленә ҡайтып киләләр. Шулай һәүетемсә тыныс ҡына ғүмер кисерә Шушаняндарҙың татыу ғаиләһе. “Беҙгә бында оҡшай”, — ти улар.


Вернуться назад