Ир-егетте ил бурысы һәр көн һынай06.11.2018

Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ.

Һуңғы осорҙа редакцияға гәзит уҡыусыларҙан “УРАЛ” фондына бәйле һорауҙар йыш килә. Ғөмүмән, уның эш йүнәлештәре журналистарҙы ла ифрат ҡыҙыҡһындыра, шуға күрә фондтың эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырырға ҡарар иттек.

Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндең икенсе көнөндә үк 1990 – 2010 йылдарҙа республикаға етәкселек иткән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән Республика йортонда  эшлекле осрашыу үткәрҙе. 

Хәҡиҡәтте тура юлдан яҙҙырыр көс юҡ

Әңгәмә барышында Радий Хәбиров, Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа Башҡортостан Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән иң уңышлы төбәктәренең береһе булды, тип билдәләне, шулай уҡ республиканың беренсе Президенты халҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу маҡсатында үҙенең уникаль тәжрибәһе менән артабан да уртаҡлашыр, тигән ышаныс белдерҙе.

Үҙ сиратында Мортаза Ғөбәйҙулла улы яңы етәксе ошонда тыуып үҫкәнгә күрә республиканы яҡшы белеүен, ҙур сәйәси һәм хужалыҡ итеү тәжрибәһе туплаған дәүләт эшмәкәре икәнлеген, халыҡҡа, шул иҫәптән йәштәргә лә бик яҡын булыуын, республика халҡын берләштерә аласағын билдәләне.


Күп тә үтмәй, ошо тарихи осра­шыуҙың аныҡ һөҙөмтәләренең береһе йәмәғәтселеккә мәғлүм булды: Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге “УРАЛ” хәйриә фонды ноябрҙән Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөн финанслауҙы яңыртасаҡ. Объект төҙөлөшөн тамамлау өсөн биш-алты миллиард һум аҡса талап ителә.

Мәсет 2007 йылда Башҡортостандың Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы һалына башлағайны. Объект әлегәсә төҙөлөп бөтмәһә лә, республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Беренсенән, сафҡа ингән хәлдә ул Рәсәйҙәге иң ҙур мәсеттәрҙең береһе буласаҡ. Икенсенән, уның тышҡы һәм эске биҙәлешендә эксклюзив ҡул эштәре, затлы материалдар ҡулланыласаҡ. Өсөнсөнөн, был иман йортоноң асылыу тантанаһына ҙур бүләк – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һаҡалының бер бөртөгө әҙерләнгән. Әйтергә кәрәк, ундай экспонаттар икәү генә, улар Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында һаҡлана. Дүртенсенән, был төҙөлөшкә баштан уҡ күп ҡаршы­лыҡтарҙы үтергә тура килә: нигеҙенә, проектына бәйле мәсьәләләрҙән башлап миллиондарса һумлыҡ финанс бәхәстәренә тиклем.

Һис шикһеҙ, “төҙөлөш дауам итәсәк” тигән хәбәр йәмәғәтселектең йөрәгенә май булып яғылды: бар ғүмерен, эшмәкәрлеген республика мәнфәғәтенә бағышлаған, халыҡ араһында ҡаҡшамаҫ абруй ҡаҙанған Мортаза Ғөбәйҙулла улы бер ваҡытта ла әйткән һүҙҙәрен үтәмәй ҡалғаны юҡ, уның һәр ғәмәле тотороҡлолоҡ, ышаныс нигеҙе булып тора. Ғөмүмән, республиканың яңы етәксеһе Радий Хәбировтың ярҙамы менән был изге эш тиҙ арала аҙағына барып етер, тип ышанайыҡ.

Ошо урында, “УРАЛ” хәйриә фондының мосолман ҡәрҙәштәргә генә түгел, ә ниндәй Аллаға инаныуҙарына ҡарамаҫтан, төрлө дини ойошмаларға ла ярҙам итеүен билдәләү фарыз. Мәҫәлән, бағыусы ярҙамында Өфөлә лютерандар кирхаһы тергеҙелгән, республика буйынса 46 православие ҡорамы, өс монастырь үҙгәртеп ҡоролған. Уйлап ҡараһаң, был бит бик ҙур эш! Һис шикһеҙ, күп милләтле Башҡортостандағы татыулыҡ, теләктәш­лек нигеҙе ҡаҡшамаһын, халыҡ үҙ-ара берҙәм булһын өсөн, был эштәрҙең рухи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
“Беҙ ҡулынан килгәндәргә ярҙам итәбеҙ”

Мортаза Рәхимов етәкселек иткән “УРАЛ” хәйриә фонды хаҡында, ғөмүмән, тәфсирләберәк телгә алыу фарыз. Эшмәкәрлеген 2006 йылдан йәйел­дергән ойошма хаҡында республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә беләләр, ул тыуҙырған төрлө мөмкинлектәрҙән файҙаланалар, оло рәхмәт уҡыйҙар. Мәғлүмәт еткереүҙең иң уңайлы ысулдарының береһенә әүерелгән социаль селтәрҙәрҙә тиҫтәләрсә рәхмәт һүҙҙәре күренә. Бының сере ябай: “УРАЛ” хәйриә фондынан файҙа күргән, ауыр саҡта уның аныҡ ярҙамын тойған, яҙмыш һынауын уның хәстәре менән үткән меңдәрсә кеше йәшәй арабыҙҙа.

Мортаза Рәхимов етәкселегендәге “УРАЛ” хәйриә фонды – Рәсәйҙә үҙ финанс саралары һәм күрһәтелгән хәйриә ярҙамының күләме буйынса иң ҙур ойошмаларҙың береһе. Бында бик ябай, әммә хаҡ девизға таянып эш итәләр: “Беҙ ҡулынан килгәндәргә ярҙам итәбеҙ”. Тимәк, өҫтөнлөк – хеҙмәт һалынған, тормошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарға.

Әлбиттә, Фонд башҡа хәйриә ойошмаларын йә иһә власть структураларын алмаштырырға ынтылмай, сөнки һәр ҡайһыһының үҙ йүнәлеше, үҙ юлы бар. Ябай ғына миҫал: ауыр тормош хәлендә ҡалған күп балалы ғаиләгә ҙур булмаған фонд та ярҙам күрһәтә ала, ә сирле балалар өсөн махсус республика программаһы булдырыу йә иһә дауахана өсөн 100 миллион һум самаһы торған ҡорамал һатып алыу һәр ойошманың да хәленән килмәй.

Фонд ете төп йүнәлеш буйынса эшләй: һаулыҡ һаҡлау; мәғариф (шул иҫәптән балалар йорттары, мәктәп-интернаттар); спорт һәм физик культура тармағындағы проекттар; социаль программалар, инфраструктура проекттары; коммерцияға ҡарамаған һәм йәмәғәт ойошмалары; дини берекмәләр; мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары.

Һандарға туҡталайыҡ. Тиҫтә йылдан ашыу эшмәкәрлеге осоронда бағыусы хәйриә маҡсатында 30,2 миллиард һум аҡса тотонған, ҡаҙнаға 18,8 миллиард һум һалым түләгән.

Бәлә ҡыңғырау тағып килмәй...

Өҫтөнлөк ғәмәлдә төрлө сиргә дусар булғандарға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға бирелә. Мәҫәлән, йәшәү менән үлем араһындағы балаларға тиҙ арала операция яһау талап ителһә, йә иһә янғын сығып, ғаилә бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалһа, тәбиғи бәлә-ҡазанан һуң кешеләр мөлкәтенән яҙһа, “УРАЛ” фондының бындай аяныслы ваҡиғаларға битараф ҡалғаны юҡ.

...2014 йылда Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында ҡот осҡос дауыл сығып, кешеләрҙең йылдар буйы төҙөгән йорттарын, хужалыҡтарын пыран-заран туҙҙырҙы, 76 кеше зыян күрҙе. “УРАЛ” хәйриә фонды был бәләнән ситтә тороп ҡалманы – зыян күреүселәр иҫәбенә 12 миллион һум аҡса күсерҙе.

Яңауылдағы йортта газ шартлауҙан зыян күргәндәргә (2015 йыл) – биш миллион һум, Белорет районында ташҡында мөлкәтен юғалтыусыларға (2013) – ике миллион һум, Күгәрсен районында тәбиғәт касафатын кисергәндәргә (2012) 1,8 миллион һум күсерелгән. Шулай уҡ Фонд Краснодар крайында ташҡында зыян күргәндәргә лә ярҙам күрһәткән.

...2011 йылда Иглин районының Урман ҡасабаһына ҡот осҡос фажиғә килде. Хәрби келәттәрҙәге шартлау һәм янғын арҡаһында бик күптәр торлаҡһыҙ, мөлкәтһеҙ тороп ҡалды. Әйтеүе генә анһат – ғүмер буйы тупланған мал бер нисә сәғәт эсендә көл булып күккә осҡан кешеләрҙең хәлен яҙып та, әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел. Ошондай ауыр осорҙа ла “УРАЛ” хәйриә фонды Урман халҡы бәләһенән ситтә ҡалмаған – алты миллион һумлыҡ донъя кәрәк-ярағы, йыһаздар, көнкүреш техникаһы һатып алған һәм кешеләргә тапшырған.

Барыһы ла – кешеләр өсөн

Ауыл халҡына, ер кешеләренә ярҙам итеү – “УРАЛ” фондының тағы бер өҫтөнлөклө йүнәлеше. Был аңлашыла ла: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙе лә ауылда тыуып үҫкән, ер кешеләренең тынғыһыҙ фиҙакәр хеҙмәтен аныҡ белгән, уларҙың йәшәйеш ҡиммәттәрен, тормош ынтылыштарын төптән аңлаған шәхестәрҙән, шуға күрә Фонд сараларын ауыл биләмәләрендә дүрт ҙур физкультура-һауыҡтырыу комплексы, биш яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә, 20 мәғариф учреждениеһына капиталь ремонт үткәреүгә һәм уларҙы йыһазландырыуға, ике тиҫтәнән ашыу медицина учреждениеһына заманса ремонт үткәрергә ярҙамлашыуға һәм уларҙы ла шулай уҡ заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә йүнәлтеүенә һис тә аптырайһы түгел.

“УРАЛ” хәйриә фондының Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпитале тураһында даими хәстәрлек күреүе – айырым әйтеп үтелә торған ғәмәл. Ул – республиканың барлыҡ ветерандары өсөн медицина ярҙамы күрһәтә торған төп учреждение, бында төрлө хәрби низағтарҙы кисергән төрлө йәштәге һәм категориялағы кешеләр дауаланыу һәм реабилитация үтә. Йыл әйләнәһенә унда уртаса һигеҙ мең кеше – стационар, 60 мең кеше амбулатор шарттарҙа һаулығын нығыта. Бағыу­сының финанс саралары ярҙамында ошо учреждениеның матди-техник базаһы тамырынан үҙгәреш кисергән, госпиталгә яңы ҡорамалдар, йыһаз һатып алынған, дауаланыу шарттары камиллаштырылған, баш ҡаланың К. Маркс урамында 80 койка-урынлыҡ Медицина реабилитацияһы һәм дауаланыу үҙәге төҙөлгән. Әйтергә кәрәк, мөмкин­лектәре буйынса был үҙәк илебеҙҙә ошондай берҙән-бер учреждение булып тора.

Даими хәстәр тойоп

Бюджет хеҙмәткәрҙәренә адреслы ярҙам күрһәтеү йәһәтенән дә “УРАЛ” хәйриә фонды башҡарған эштәргә етеүсе юҡ. Әле 2009 – 2010 йылдарҙа уҡ ошо өлкәлә хеҙмәт иткәндәр өсөн махсус республика программаһы буйынса 3200 йортҡа иҫәпләнгән дүрт ҡасаба төҙөлгән. Ил кимәлендә тиңе булмаған был социаль программа, ысынлап та, йөҙҙәрсә ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәшәү кимәлен күтәреү мөмкинлеге бирҙе, сөнки был ҡасабаларҙағы йорттар бюджет тармағында эшләгәндәрҙең көсө етәрлек хаҡҡа һатылды, ташламалар системаһы эшләне. Әммә бағыусының изге эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәне: төҙөлөш мәшәҡәттәренә сумған ғаиләләргә газ, һыу, йылылыҡ кеүек төп уңайлыҡтарҙы булдырыу йәһәтенән адреслы финанс ярҙамы күрһәтелде. Дөйөм алғанда, был маҡсат өсөн 318 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

2013 йылдан иһә “УРАЛ” хәйриә фонды һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уникаль проектты тормошҡа ашыра. Ул һәләтле балаларға ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Ошо йәһәттән Өфө эргәһендә “Сәлих” социаль-белем биреү үҙәге төҙөлгән. Ул ниндәйҙер кимәлдә Рәсәйҙәге “Сириус” проектына ауаздаш. Үҙәктең төп маҡсаты – һәләтле, даланлы балаларға белемен камиллаштырырға ярҙам итеү, талантын үҫтереү. “Сәлих”те тамамлаусылар йыш ҡына халыҡ-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, илдең абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.

Спорт – сәләмәт йәмғиәт нигеҙе

“УРАЛ” хәйриә фондының балалар һәм йәштәр араһында спортты үҫтереүгә индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Бер һанды ғына атау ҙа етә: бағыусы ошо йүнәлештә 18 спорт төрөн үҫтереүгә булышлыҡ иткән. Был иҫәпкә спорт клубтарына адреслы ярҙам, боҙ һарайҙары, бассейндар, хоккей майҙансыҡтары һәм башҡа спорт объекттарын төҙөү инә. Әйткәндәй, “УРАЛ” фонды ярҙам күрһәткән хоккей командаларында, дөйөм алғанда, ете меңдән ашыу бала уйнай.

Хоккей тигәндән, бер кемгә лә сер түгел: Фонд оҙаҡ йылдар республика­быҙҙың йөҙөн билдәләгән, милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән “Салауат Юлаев” хоккей командаһының бағыусыһы булды. Уның ярҙамында республиканың “Торос”, “Толпар”, “Батыр” командалары ла тотороҡло үҫеште, уңыштарға өлгәште. Ошондай эҙмә-эҙлекле ярҙам, даимилыҡ республикала көслө хоккей спорты системаһын булдырыуға этәргес бирҙе, ерлегебеҙҙә үҫтерелгән профессионалдарға таяныу мөмкинлеген булдырҙы. Әлеге ваҡытта Фондтың мөмкинлектәре самалы, шуға күрә республиканың төп хоккей командаһы тураһындағы хәстәрлекте “Башнефть” компанияһы үҙ ҡарамағына алған, ә бағыусының ярҙамы күберәк мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларға ярҙам күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.

Абруйҙы һәр кем үҙе булдыра

Әлбиттә, бер гәзит мәҡәләһендә генә республика халҡы мәнфәғәтендә ҙур эштәр башҡарған, социаль яҡлау талап иткәндәргә даими ярҙам күрһәткән, миһырбанлыҡ йәһәтенән күптәргә өлгө булып торған “УРАЛ” хәйриә фондының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Шуныһы мөһим: Фонд ойошторолған көнөнән алып ҡуйған маҡсаттарынан ваз кискәне юҡ, заман елдәре ҡайһы яҡтан ғына иҫмәһен, һайлаған изге юлынан тайпылмай.

Һис шикһеҙ, олуғ шәхесебеҙ, миллә­тебеҙҙең арҙаҡлы улы Мортаза Рәхимов етәкселегендәге Фонд Башҡортостанда күптән инде изгелек һәм мәрхәмәтлелек символына әүерелгән.


Вернуться назад