Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылына ингән ерҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл асылды. Идеяның авторы һәм төп ойоштороусы – Силәбе уҙаманы Йосоп Ҡунаҡбаев.
Һәйкәл халыҡ аҡсаһына төҙөлгән, бейеклеге – 7,5 метр, скульпторы – Өлфәт Ҡобағошов.
Мәғлүм булыуынса, Башҡорт кавалерия дивизияһының дүрт мең яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, 78 ҡаһарманға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Дивизия составында Силәбе өлкәһендә тыуғандар ҙа була. Шуларҙың береһе – Байғужа Сәйетғәлин. Ул Сосновка районының Мамай ауылында тыуып үҫкән. Яҡташтары батырҙың тыуған ауылындағы бер урамды уның исеме менән атарға теләй.