Бөгөн Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филипповҡа бюст асылды. Уны шәхес уҡыған мәктәп биләмәһенә ҡуйҙылар.
Александр Филиппов бар тормошон тыуған ерен данлауға бағышлай. Яҙыусыларыбыҙҙың бихисап әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә. “Башҡорт балы” бренды тураһында тәүге фильмдарҙың береһе лә уның сценарийы буйынса ҡуйыла һәм Бухареста үткән халыҡ-ара фестивалдә еңеү яулай.
Александр Филиппов һәр ваҡыт халыҡ араһында була, кешеләрҙең тын алышын тойоп йәшәй. Шуға ла уның әҫәрҙәре ябай, һәр кемгә аңлайышлы. “Мин ғәжәйеп башҡорт тәбиғәтендә һәм һоҡланғыс башҡорт кешеләре араһында үҫтем. Уларға ҡарата һөйөү-хөрмәт миңә әсә һөтө менән ингән. Йылдар үткән һайын был тойғо көсәйә генә бара”.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙ сәхифәһендә шулай тип яҙа: “Мин шағирҙың туған мәктәбенә уның исемен бирергә тәҡдим иттем. Был йүнәлештә артабан эшләйәсәкбеҙ. Яҡташтары шағирҙы онотмай, йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Барыһына ла ҙур рәхмәт!”