Асыҡ тикшереүҙә ҡатнашҡың килһә...05.11.2018
Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларындағы юлдарҙы төҙөкләндереү проекты асыҡ тикшереүгә сығарыла.

Өфө агломерацияһына Өфө ҡалаһы һәм районы, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Кушнаренко райондары, Стәрлетамаҡтыҡына иһә Салауат ҡалаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы, Ишембай ҡалаһы һәм районы инә.

Программа проекты “Росавтодор”ҙың ыңғай баһаһын алған. Унда ремонт яһалырға тейешле юл объекттарының яҡынса исемлеге төҙөлгән. Асыҡ тикшереү 4 декабрҙә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18, 302-се бүлмә) үткәрелә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. 8 (347) 2-18-10-07 телефоны йәки [email protected] аша аккредитация үтеү шарт.


Вернуться назад