Йәйәүлеләрҙе тапаған да ҡасҡан05.11.2018
4 ноябрь иртәһендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылындағы Шоссе урамында Һәүәләй ауылы яғына юлланған автомобиль ике йәйәүлене тапаған. Автомобилдең ВАЗ-2114 маркалы, аҡһыл-көлһыу төҫтә булыуы ихтимал.

Фажиғә ҡорбандары дауаханаға оҙатылған, береһе – ауыр хәлдә. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы, ваҡиғаға ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, полицияға хәбәр итеүҙе һорай.


Вернуться назад