Ошо көндәрҙә Борай районында сираттағы “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” экологик акцияһы үтте. Уны тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Бөрө территориаль комитетының төп белгес-эксперты Илфат Исламов ойошторҙо.
– Акцияның төп маҡсаты – уҡыусылар араһында тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, экологик мәҙәниәтте үҫтереү, ирекмәндәр эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, тәбиғәт байлыҡттарын һаҡлау һәм тулыландырыу, – тине Илфат Исламов.
Сара барышында район уҡыусылары ылыҫлы ағастар ултыртты. Уларҙы “Борай урманы” учреждениеһы бүлде.