Халыҡ–ара берҙәмлек көнө Сибай ҡалаһының “Әкиәт ” балалар баҡсаһында ла ҙур байрам булып һанала.“Әкиәт” балалар баҡсаһы биш кенә йыл эшләп килеүенә ҡарамаҫтан, ҡала күләмендә генә түгел, Республика һәм Рәсәй кимәлендә һәләтле балалар һәм тәрбиәселәр сығыштары менән тиҙ танылыу алған.
Дөйөм балаларҙың иҫәп һаны 409. Балалар баҡсаһында бәтәһе 14 төркөм уңышлы эшләп килә. Һәр төркөмдә төрлө милләт балалары тәрбиәләнә: башҡорт, урыҫ, татар, үзбәк, ҡаҙаҡ. Балалар баҡсаһының мөдире Н.А. Фаттахова эшенә заманса ҡарашы һәм етди, төплө уйҙары менән ҙур коллективты етәкләй.
Балалар баҡсаһында 36 тәрбиәсе һәм белгес эшләп килә. Уңышлы эш өсөн, хөкөмәт тарафынан уңдырышлы мөхит тыуҙырылған.Баҡсабыҙ бинаһында милләт рухын күтәреүсе билдәһе булып, башҡорт тирмәһе һәм урыҫ милләтенең йорт ҡураһы музейы эшләп килә. Быларҙың барыһы ла татыулыҡ һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты үҫтереүсе миҫал булып тора. Тимәк киләсәк быуын үҙ тарихын белеп, милли ҡомартҡыларҙы күреп үҫә.
Тәрбиәселәр балаларҙа берҙәм илебеҙгә, тыуған ергә, шулай уҡ һәр баланың үҙ милләт теленә оло иғтирам һәм һөйөү тәрбиәләй. Берҙәмлек тә һәм кескәйҙәр ҙә - ил киләсәге.