“Бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур!”04.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәйҙең ҡотҡарыусылар союзы” йәмәғәт ойошмаһы наградаларына тәҡдим ителгән балалар менән осрашты.

“Бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур: һеҙ бит өлкән кеше ҡыла алмаҫ ғәмәлдәр башҡарғанһығыҙ. Ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәнһегеҙ. Беҙ һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ һәм барлығығыҙ менән ғорурланабыҙ!” – тине төбәк етәксеһе, балаларға мөрәжәғәт итеп.



Радий Фәрит улы йәш геройҙарға ҙур рәхмәт әйтте һәм миҙалдар тапшырҙы. Шулай уҡ ул бүләкләнгәндәрҙең ата-әсәһенә йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
– Ошондай һоҡланғыс балалар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине төбәк етәксеһе.



Вернуться назад