Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында “Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау!” тип аталған йәштәр акцияһы бара. Халыҡтар дуҫлығы көнөнә арналған сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Хәрби комиссариаты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Төп маҡсат – йәштәргә хәрби белемдең өҫтөнлөктәрен аңлатыу.
Акция эше менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та танышты. Ул Конгресс-холл алдындағы майҙансыҡҡа ҡуйылған хәрби техника өлгөләрен, шулай уҡ мобиль пунктта граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу нисек барғанын ҡараны. Ошонда уҡ байрам ҡунаҡтары почетлы ҡарауыл ротаһының һәм Үҙәк хәрби округтың махсус тәғәйенләнештәге подразделениеларының сығыштарын күҙәтте.
Акция барышында Өфөләге дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары тантаналы рәүештә “Юнармия” сафына алынды.
Ялан кухняһында төбәк етәксеһен һалдат бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.
Байрам дауам итә. Сәғәт 3-тә Конгресс-холдың ҙур концерт залында теләге булған һәр кем Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле сығыштарын ҡарай ала.