Киләһе йылға тиклем республиканың балалар майҙансыҡтарында бер генә ҡаты бәүелсәк тә ҡалмаясаҡ.
“Төрлө ҡурҡыныс янаған ошондай урындарҙа йыл да меңдәрсә бәхетһеҙ осраҡ булып тора, – тине Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Иҡтисади совет ултырышында министр вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев. – Ҡаты бәүелсәктәр бөтөрөлөргә тейеш. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров аныҡ бурыс ҡуйҙы: балалар һәм уйын майҙансыҡтарында йәрәхәт алыу ихтималлығы бөтөнләй булмаҫҡа тейеш. Ә бының өсөн иҫке ҡаты ҡоролмаларҙы сынйырға йәки полипропилен канаттарға алыштырырға кәрәк. Барлыҡ муниципалитеттарға был йәһәттән йөкләмә бирелде, ул йыл аҙағына тиклем үтәлергә тейеш”.