Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының ремонттан һуң ете саҡрымлыҡ участкаһын астылар. Был өлөшкә Кесе Эйек аша һалынған яңы күпер ҙә инә. Уның оҙонлоғо – 90 метр.
Объекттарҙа “Башкиравтодор” компанияһының Күгәрсендәге юл-ремонт төҙөлөш идаралығы һәм “Мост” йәмғиәте эшләгән. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, республика бюджетынан юл өсөн 235,5 миллион һум бүленгән, күпер төҙөү 64,7 миллион һумға төшкән.
Иҫке Собханғол – Мораҡ араһының башҡа участкалары ла ремонтланасаҡ. Был юл, белеүебеҙсә, “Бөрйән” туристик кластерын үҫтереү буйынса проекттың бер өлөшө. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына илткән өлөш тә йүнәлтеләсәк.