Эльбрус Ниғмәтуллиндың яңы рекорды03.11.2018
Илдәге төрки телле халыҡтарҙың милли спорт төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһында беҙҙең Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйҙы!
Ул “track-pull” дисциплинаһында (йөк машинаһын буксирлау) үҙ көсөн күрһәтте.

“Рәсәйҙә һуңғы 10 – 15 йылда бындай ауырлыҡты (26 тонна) мин генә тартып килдем. Әле шулай ҙа ваҡыт бер аҙ һуҙылды: 30 секундта өлгәшермен тип планлаштырғайным, 41 секунд булып китте. Әммә, йөктөң ауырлығын иҫәпкә алғанда, был – яҡшы һөҙөмтә. Сит ил спортсылары “track-pull” дисциплинаһында күп осраҡта 15 тоннаға тиклемге йөк машиналарын һөйрәй”, – тип ярыш һөҙөмтәһе буйынса аңлатма бирҙе чемпион.

Халҡының данын арттырған абруйлы милләттәшебеҙҙе еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.


Вернуться назад