Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ03.11.2018
Белорет районында боҙлауыҡ яуып, юл торошон насарайтҡан. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты унда кәрәкле барлыҡ ярҙам сараларын йүнәлткән.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бындай тотороҡһоҙ һауа торошо киләһе тәүлектәрҙә лә һаҡланасаҡ. Һауа торошо – 1 градус һалҡындан 5 градусҡаса йылы. Ҡарлы ямғыр булыуы, ерҙең тайғаҡҡа әйләнеүе ихтимал.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йыраҡ юлға сыҡмай торорға, йөрөгәндә бик иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын ныҡлы һаҡларға саҡыра.


Вернуться назад