Бөгөн республикала “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсы тамамланды. Абсолют еңеүсе – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 77-се балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Мария Заплохова.
Мария Владимировна әйтеүенсә, бөгөнгө педагогтар ошондай конкурстарҙа мотлаҡ ҡатнашырға, белемен генә түгел, кеше алдында сығыш яһау оҫталығын да даими камиллаштырырға тейеш.
– Һөнәри ярыштар беҙҙе туплай, маҡсаттарҙы бер итә, – тине еңеүсе. – Бөгөнгө ҡаҙанышыма өлөш индергән, әҙерлек эштәрендә ҙур ярҙам күрһәткән хеҙмәттәштәремә, туғандарыма, дуҫтарыма ҙур рәхмәт!