Коммуналь хеҙмәттәргә, торлаҡҡа ҡағылышлы һорауың булһа...02.11.2018
Коммуналь хеҙмәттәргә, торлаҡҡа ҡағылышлы һорауың булһа...9 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 1-гә тиклем Рәсәй Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторола.

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡайтанан ҡарау, тура килешеүҙәргә күсеү, күп фатирлы йорттар менән идара итеү алымы үҙгәреү һәм ошо юҫыҡтағы башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарға Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының вәкәләтле шәхесе яуап бирәсәк.

“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары: 8 (347) 229-74-58, 8 (347) 229-74-76.


Вернуться назад