Силәбе Көньяҡ Урал халҡын йыйҙы02.11.2018

“Көньяҡ Урал – цивилизациялар киҫелеше”. Бөгөн Силәбелә ошолай тип исемләнгән форум эшләй.

Унда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге директоры, география фәндәре докторы, профессор Айбулат Псәнчин, Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшереүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы Регина Мөхәмәтйәнова – Дуггал, ғалим Илгиз Солтанморатов, шағирә, журналист Лариса Абдуллина сығыш яһаны. Сарала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин ҡатнаша.


Йыйында ҡотлау һүҙен Силәбе өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Евгений Редин еткерҙе. Ул милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға өлөш индергәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.



Вернуться назад