Мәскәүҙә Федерация Советында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.
Бүләк һәм миҙал алған 20 бәләкәс герой араһында Башҡортостандан етенсе класс уҡыусыһы Камилла Тайсина ла булды. Ул быйыл яҙ үҙенең класташының ғүмерен ҡотҡара.
Апрель айында улар Стәрле йылғаһы аша күперҙән уҙғанда һыуҙа йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙе күрә. Миша ҡоштарҙы икмәк менән һыйламаҡсы була. Ҡыҙҙы тыңламайынса, ул боҙ буйлап атлап китә лә, уныһы ярылып, һыуға сума.
Камилла баҙап ҡалмай, иптәшен һыуҙан тартып сығара. Һуңынан өйөнә алып ҡайтып, ҡоро кейем бирә, эҫе сәй эсерә.
Ҡыҙҙы быға тиклем Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының Почет грамотаһы менән дә бүләкләгәндәр.