Ата-баба рухын хәстәрләп02.11.2018
Исламда мәрхүмдәрҙе ҡағиҙәләргә ярашлы һуңғы юлға оҙатырға, шулай уҡ зыяратты тәртиптә тоторға ҡушыла. Аллаға шөкөр, был йәһәттән ҡала-район­да­рыбыҙҙа хәстәрлек күрелеп торола.

Мәҫәлән, күптән түгел Балтас районының Иҫке Тимкә ауылы зыяраты рәшәткәләре яңыртылды. Был эш Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы башҡарылды.

Быға ҡәҙәрге конкурстарҙа еңә алмаһа ла, Боғҙан һәм Иҫке Тимкәне берләштергән ауыл Советы халҡы төшөнкөлөккә бирел­мәгән, яйға һалаһы мәсьәләләрҙе асыҡлап, проектта ҡатнашыуын дауам иткән. Һәм бына, ниһайәт, еңеү бәхете уларға ла йылмайған. Ә иң ныҡ борсоуға һалған мәсьә­ләләрҙең береһе Иҫке Тимкәлә зыярат рәшәткәләрен яңыртыу булған.

Урындағы етәкселәр әйтеүенсә, ата-бабалары, яҡын кешеләре ерләнгән урынды тәртипкә килте­реү эшенә һәр кем үҙ өлөшөн ихлас индергән. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа аҡсалата ярҙам күрһәткән. Һөҙөмтәлә өмә үткәрелеп, төрлө быуын вәкилдәре дәррәү йыйылып, зыяраттың рәшәткәләрен буяп, биләмәне тәртипкә килтереп ҡуйғандар.

– Ошондай күркәм ғәмәлдәр йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, – тип һөйөнөсөн белдергән өлкәндәр. – Мәрхүмдәр рухына даими аят уҡып тороу ҙа мөһим. Ҡөрьәндә лә, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә был хаҡта тәҡрарлана.


Вернуться назад