Тыуым түбәнәйә, никахтар кәмей01.11.2018
Быйыл туғыҙ ай эсендә республикала 35 560 бала тыуған, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа аҙыраҡ. Былтыр 36 936 сабый донъяға килгән. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел, Күмертау, Октябрьский ҡалаларында һәм 18 районда ғына тыуымдың артыуы күҙәтелә.

“Башстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, граждандарҙың бала табырға теләмәүенә тәү сиратта матди-финанс ҡыйынлыҡтар, һаулыҡ торошо, торлаҡ мәсьәләһе сәбәпсе.

Республикала үлем күрһәткесе артҡан. Вафат булғандар һаны сабыйҙар һанынан 7,4 процентҡа юғарыраҡ.


Вернуться назад