Директорҙы эштән бушаттылар01.11.2018
Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәктәбендә мәғариф тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше тикшерелде. Мәктәп директоры вазифаһынан бушатылды.

2014 йылда математика уҡытыусыһы танышының һаулығына зыян килтергән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Яҡтар үҙ-ара килешеү сәбәпле, енәйәт эшен туҡтаталар. Ләкин законға ярашлы, суд хөкөмөнә тарттырылған йәки енәйәт өсөн эш ҡуҙғатылған кешеләр белем һәм тәрбиә биреү тармағында эшләй алмай. Был өлкәгә улар бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төбәк комиссиялары ыңғай ҡарар ҡабул иткәс кенә әйләнеп ҡайта ала.

Әлеге осраҡта иһә эш мәғлүмәттәре комиссияға ебәрелмәгән. Уҡытыусы иһә директор вазифаһына тәғәйенләнгән. Прокуратура ҡатнашлығында ул вазифаһынан бушатылды.


Вернуться назад