Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарының хәрби комиссариаттарына медицина тикшереүе үтергә килмәгән егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Күп тә үтмәй ул комиссариатҡа үҙ теләге буйынса килә. Ошо хәл, шулай уҡ йөклө ҡатыны, кескәй балаһы булыу сәбәпле яза йомшартыла - уға 15 мең һум штраф һалына. Шул уҡ ваҡытта бындай шарттар армияла хеҙмәт итеү бурысынан азат итмәй.