Стәрлетамаҡта заманса станоктарҙа эшләргә өйрәтәләр01.11.2018
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы “Ворлдскиллс” стандарттарына ярашлы үҫешә. Әле был уҡыу йорто төбәктә “Рәсәй Ворлдскиллс академияһы”ның берҙән-бер база майҙансығы булып тора.

Бында заман талаптарына яуап биргән, бөгөнгө хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәргә уҡытыуға ҙур иғтибар бирелә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бындай уҡытыу майҙандары Рәсәйҙә һирәк осрай.

Яңыраҡ унда IV “Йәш һөнәр оҫталары” (WorldSkills Russia) төбәк ярыштары ла уҙҙы. Сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Ишембай ҡалаларындағы колледждарҙан йәштәр ҡатнашты. Иң яҡшы биш оҫта төбәк беренселегенең финалында көс һынашасаҡ.


Вернуться назад