Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алынды01.11.2018
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алындыБашҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Роман Деев полиция хеҙмәткәренә ҡарата ауыр енәйәт ҡылыу осрағы буйынса хеҙмәт тикшереүе тәғәйенләгән. Өс ир хеҙмәттәшен мәсхәрәләүҙә ғәйепләнә.

Әле министрлыҡтың үҙ хәүефһеҙлеге оператив-тикшереү бүлеге район территориаль эске эштәр органы начальнигының һәм ике полиция хеҙмәткәренең был эшкә ҡағылышы булыу ихтималлылығын асыҡлаған. Дәлил буйынса мәғлүмәт төбәк Тәфтиш комитеты идаралығына тапшырылған.


Вернуться назад