Өфө кадеттары парадта ҡатнаша01.11.2018
Өфөләге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерлек мәктәп-интернаты кадеттары 7 ноябрҙә Һамар ҡалаһында үтәсәк Хәтер парадында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Сара 1941 йылдың 7 ноябрендә Куйбышев (хәҙерге – Һамар) ҡалаһында үткән хәрби парадтың 77 йыллығына арнала.

Тәүге тапҡыр был парад 2011 йылда ойошторола. В.В. Куйбышев исемендәге майҙан буйлап армия расчеттары, хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм хеҙмәт коллективтары үтә. Сарала йыл һайын мәктәп уҡыусылары, студенттар, кадет кластары, Суворов һәм Нахимов училищелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша.

Быйылғы парадта Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополь, Ҡырым Республикаһы вәкилдәре буласаҡ.



Вернуться назад