“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты Шишмә районы Уразбахты ауылындағы Баллы шишмәгә икенсе ғүмер бүләк итте.
Ауыл уртаһында таллыҡ менән уратып алынған быуа урынлашҡан. Ҡулдан эшләнгән был ятҡылыҡҡа һыуҙы тау аҫтынан сыҡҡан шишмә тултыра. Быуаны ошо ауылда йәшәгән Әлфир Сафиуллин тарафынан таштан эшләнгән ҡатын-ҡыҙ скульптураһы биҙәй.
Шишмәгә алып барған арматуранан төҙөлгән баҫҡысты бетонлап, һәм таштан мозаика һалып сыҡҡандар. Матур күренһен өсөн, оҫталар таштарҙың һәр киҫәген ентекле һайлап алған. Барлыҡ эш айҙан артыҡ дауам иткән.
Алкин ауыл хакимиәте башлығы Дилара Бикташеваның һүҙҙәре буйынса, тирә-яҡта үҙенең тәмле һәм файҙалы һыуы менән дан алған Баллы шишмәне төҙөкләндереү өсөн 144 мең һум күләмендә аҡса бүленә. “Урындағы туйҙарҙа һыу юлы күрһәтеү йолаһы бында үткәрелә. Шуға күрә, беҙ шишмә биләмәһен төҙөкләндерергә теләй инек”, – ти ул.
Быйыл “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә Шишмә районында тағы бер объект бойомға ашҡан – Санжаровка ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән.