Етемдәр фатир алып ҡыуанды01.11.2018
Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы.

“Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы республика законын бойомға ашырыу өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй ҡаҙналарынан муниципаль берәмектәргә йыл да аҡса бүленә.

Бишбүләк районына, мәҫәлән, ошо маҡсаттан алты миллион һум күсерелгән. Ул суммаға Бишбүләк ауылында дүрт фатир һатып алынған һәм эйәләренә тапшырылған. Йыл аҙағына тиклем етем балалар өсөн йәнә ике фатир алынасаҡ, тиҙәр район хакимиәтендә.


Вернуться назад