Рәсәйҙең 13 һәм сит илдең бер ҡалаһы “2019 йылғы Тоталь диктант баш ҡалаһы” исеменә дәғүә итә. Исемлектә Вологда, Екатеринбург, Ижевск, Ҡазан, Краснодар, Мәскәү, Омск, Пенза, Пермь, Дондағы Ростов, Һарытау, Ставрополь, Өфө һәм Таллин ҡалалары бар.
Рус теле буйынса тоталь диктант 2004 йылдан алып үткәрелеп килә. Ошо ваҡыт эсендә ул донъя кимәлендәге сараға әйләнде. Мәҫәлән, быйыл был ваҡиға 76 илде, 227 мең кешене, 1021 ҡаланы берләштерҙе.
Тоталь диктанттың баш ҡалаһы тауыш биреү юлы менән һайлана. Ул өс аҙна дауам итеп, тәүҙә иң яҡшы биш ҡала һайлап алынасаҡ, артабан шулар араһынан сараның баш ҡалаһы иғлан ителәсәк.
Һәр кем күңеленә яҡын ҡала өсөн тәүлегенә бер тапҡыр тауыш бирә ала. Һәр бишенсе тауыш өсөн ҡатнашыусыларға бүләккә электрон китап биреү ҡаралған. Тауыш биреү һәм тулыраҡ мәғлүмәт менән проекттың рәсми сайтында танышырға мөмкин: totaldict.ru.