Саралар байрамға арнала01.11.2018
Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы төбәгебеҙҙә бихисап ижтимағи-сәйәси, мәҙәни һәм спорт саралары уҙасаҡ.

Байрам алдынан, 2 ноябрҙә, «Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышында йәштәрҙә гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторола.

3 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында «Дуҫлыҡ» төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа. Унда бейеү һәм йыр буйынса халыҡ коллективтары сығыш яһаясаҡ.

4 ноябрҙә Өфөлә республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондарынан йыйыласаҡ милли-мәҙәни һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында тантаналы концерт үтә.

Бынан тыш, 4 ноябрҙә беҙҙе Сәнғәт төнө тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы көтә. Уға республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары – музейҙар, театрҙар, китапханалар, галереялар ҡушыласаҡ. Быйылғы акцияның дөйөм темаһы – “Сәнғәт берләштерә”. Ә республикабыҙҙа был сара Ғаилә йылына ла арнала.


Вернуться назад