“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө дауам итә01.11.2018
Башҡортостандың элекке Президенты Мортаза Рәхимовтың “Урал” хәйриә фонды ноябрҙән Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөн финанслауҙы яңыртасаҡ. Объект төҙөлөшөн тамамлау өсөн биш-алты миллиард һум аҡса кәрәк.

Мәсет төҙөлөшө 2007 йылда башланғайны. Әле ул туҡтап ҡалды. Башҡортостандағы өс традицион конфессия башлыҡтары объектты файҙаланыуға тапшырыуҙа ярҙам һорап республиканың яңы етәкселегенә мөрәжәғәт итте.


Вернуться назад