Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре байрамында “Минең ерем – минең байлығым” балалар һүрәте конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларҙы тәбрикләне.
Йәш таланттар 500-гә яҡын ижади эш тәҡдим иткән. Улар араһынан Бишбүләк районының Бишбүләк ауылынан Данил Емельяновтың, Көйөргәҙе районының Абдул ауылынан Нияз Ниғмәтуллиндың, Нуриман районының Яңы Күл ауылынан Илгизә Ханованың эштәре иң яҡшыһы тип билдәләнде.