Ауыл ерендә лә хәҙер үҙ эшен юлға һалырға тырышҡан егәрлеләрҙе йыш осратырға була. Күптәр шәхси магазинын булдырып, ауылдаштарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, бәғзеләре иһә һөт-ҡатығын әҙерләп, утын-миндеген йүнләп, ҡала-район үҙәгенә алып барып һата, еңел машинаһында такси ролен үтәй. Күгәрсен районында ла колхоз-совхоздар тарҡалды, ләкин эш юҡ тип күктән ярҙам көтөп ятҡандар һирәк.
Мәҡсүт ауылынан Эльвир Ваһапов тәүҙә күп кенә ауылдаштары кеүек сит тарафтарҙа төрлө эштә була. Һуңынан ауылына кире әйләнеп ҡайта. Эшһеҙ йөрөп өйрәнмәгән егет үҙенә ят булған шөғөлгә тотона – йәшелсә үҫтереү теләге менән яна башлай. Етмәһә, ҡатынының ата-әсәһе лә ҡыяр, помидор үҫтереүҙең серен яҡшы белә. Шуға ла Эльвир ата-әсәһенең, ҡайны-ҡәйнәһенең кәңәшен тотоп, киләсәктә уларҙың ярҙамына өмөт итеп, ошо эшкә тотона һәм бар көсөн, оҫталығын һалып, теплица хужалығы булдыра.
Тырыш егет атаһы Ғабдулла ағайҙың һигеҙ сутыйлыҡ картуф баҡсаһында теплица төҙөп ултырта, пленка менән көпләп, тейешле йылылыҡ булдырыуға өлгәшә. Әлбиттә, теплица өсөн күп кенә сығымдар ҙа түгә Эльвир. Атаһы ла, улының эшен ҡеүәтләп, 200 мең һумға яҡын аҡсаһын сығарып бирә, кәләшенең ата-әсәһе лә таяныс була.
Беҙ барғанда өлгөр һәм егәрле хужаның теплицала ҡыяры өлгөргәйне. Ике мең төпкә яҡын ҡыяр сәскән ул. Уларҙың һәр береһе ашланған тупраҡҡа ултыртылған, юғарыға үрмәләһен өсөн өҫтән бау төшөрөлгән. Бөтә теплица буйлап торба-шлангтар һуҙылған. Сутый һайын тиерлек тимер мейес урынлаштырылған, һыу шунда йылытыла һәм түтәлдәргә йылы һыу ҡойола. Теплицаны тейешенсә йыһазландырыу өсөн күпме көс түгелеүен тик Эльвир үҙе генә белә.
– Шөкөр, уйлаған хыялым тормошҡа ашты, әле тәүге уңышын йыйып алыуға өлгәштем, – ти йәшелсәсе егет. – Теплицаны тотоу өсөн бихисап аҡса кәрәк, һалҡын мәлдәрҙә тейешле температура режимын һаҡлау өсөн көн һайын йылытыу талап ителә. Утынын да һатып алырға кәрәк. Әммә йәшелсә үҫтереү, минеңсә, отошло тармаҡ ул.
Эльвир Ваһаповтың бөгөн үҙ һатып алыусылары ла бар. Ул өлгөргән ҡыярҙы район үҙәгенә, күрше ауылдарға үҙе алып барып тапшыра, килеп алыусылар ҙа юҡ түгел. Киләсәктә теплицаны тағы ла киңәйтергә уйлай. 15 сутыйға тиклем арттырып, помидор, төрлө салаттар, редис үҫтерергә хыяллана. Ә атаһының, Аллаға шөкөр, ере етерлек. Бөгөн хужалыҡта Эльвирҙың атаһы, дуҫы Хәбир Әбүбәкиров һәм үҙе бөтә эште башҡара. Эшмәкәрлеген арттырыу маҡсатында район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән тырыш егет. Уның үтенесен кире ҡаҡмағандар — 200 мең һум ссуда бүлгәндәр. Аҡса теплица ихтыяжы өсөн тотонолған.
Эшҡыуарҙың әлегә ҡыяр үҫтереү буйынса махсус белеме лә, тәжрибәһе лә юҡ, Туймазы яҡтарына барып, тәжрибә өйрәнеп ҡайтырға ла уйлай. Тырыштар һәр саҡ маҡсатына ирешәсәк, ә Эльвирҙа уңғанлыҡ, бөтмөрлөк сифаттары етерлек. Эшмәкәрлеген киләсәктә тағы ла үҫтереп, был өлкәлә оҫталығын арттырыр әле.
Самат ҒӘЛИН
Күгәрсен районы.