Һуңғы йылдарҙа “Башавтотранс” компанияһы республика төбәктәрендәге күп кенә маршруттарын япҡайны. Ниһайәт, улар тергеҙелә башланы.
Кисә баш ҡаланың “Көньяҡ” автовокзалынан Өфө – Аҡъяр автобусы тәүге рейсҡа сыҡты. Ул Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Иҫәнғол, Мораҡ аша үтә. Юл оҙонлоғо 560 километр булып, сәфәр 10 сәғәт 15 минут дауам итә. Билет хаҡы 1200 һум тора.
Автобус көн аша йөрөйәсәк. Өфөнән 6 сәғәт 50 минутта ҡуҙғала, Аҡъярҙан – иртәгәһенә 9 сәғәт 30 минутта. Пассажирҙар күбәйһә, рейс һаны артасаҡ.