Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дәүләт киң мәғлүмәт саралары, нәшриәттәр, киностудиялар, коммуникация технологияларын үҫтереү һәм элемтә ойошмаларын дәүләт предприятиеһы – “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенә берләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Директорҙар Советы рәйесе итеп Ростислав Мырҙағолов тәғәйенләнде.
“Беҙ телевидение, яңы медиа, элемтә һәм мәғлүмәт технологияларын берләштереп, республика власы органдарының мәғлүмәти сәйәсәтен алып барыу йәһәтенән берҙәм үҙәк булдырабыҙ, – тине Ростислав Мырҙағолов, директорҙар Советы ултырышын асып. – Радий Фәрит улы үҙенең бай тәжрибәһе нигеҙендә халыҡтың чиновниктарға һәм тормош сифаты өсөн яуап биргән һәр кемгә йоғонто яһай алыуы өсөн һөҙөмтәле канал булдырыуҙың ни тиклем мөһим икәнен яҡшы белә”.
“Башинформ” йәмғиәте етәксеһе әйтеүенсә, власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеш системаһын булдырыуҙа республиканың барлыҡ дәүләт һәм муниципаль структуралары ҡатнашасаҡ. Мәғлүмәт алышыу ғына түгел, ә яуаплы кешеләрҙең йәмғиәттең һорау-талаптары буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүе – төп маҡсат. Чиновниктарға бының өсөн ҡыҫҡа ваҡыт бирелә, формаль яуаптар ҡабул ителмәй. Дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың проблемаларҙы хәл итеү сифаты буйынса рейтингы төҙөлә. Бындай технологиялар Рәсәй Президенты Хакимиәте етәкселегендә эшләнгән һәм илдең эре төбәктәрендә уңышлы тормошҡа ашырыла башлаған.